Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Общие статьи
15 Февраль , 10:00

Утлы Афған яуын үткән

Альфред Шәрәфиев тормош ҡәҙерен белә Өс тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт уҙһа ла, “Афғанстан” һүҙе әле лә тетрәндерә. Ул халыҡ күңелендә оҙаҡ йылдарға тәрән яра булып ҡалды.

Утлы Афған яуын үткән
Утлы Афған яуын үткән

Афған һуғышында районыбыҙҙан 155 ир-егет ҡатнаша. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн күптәре юғары наградаға лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ете батырыбыҙ ошо яуҙа мәңгелеккә башын һала. Уларҙың алтыһы үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа 39 Афған һуғышы ветераны йәшәй, ә 70-е — райондан ситтә. Шуларҙың береһе — Альфред Мотаһар улы Шәрәфиев. Ул 1969 йылдың 5 сентябрендә Штәнде ауылында тыуа. Иҫке Балтас урта мәктәбендә белем ала. 8-се класты тамамлағас, 1984-1987 йылдарҙа Иҫке Балтас ауылында 87-се һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлап, 1987 йылда СССР Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла.
Сик буйы ғәскәрҙәрендә 2099-сы хәрби часта хеҙмәт итә. Үзбәкстандың Термез ҡалаһында йәш һуғышсы курсын үтә. Артабан Ҡаҙағстандың Отар ҡалаһына ебәрелә. Хәрби антты 1987 йылдың 29 декабрендә бирә. Алты ай пехота хәрби машинаһының (БМП) механик-водителенә яңынан әҙерлек үтә. 1988 йылда Термез ҡалаһындағы хәрби часҡа ҡабат ҡайта һәм унан Афғанстан Республикаһының Ташҡурған ҡалаһындағы мотоманевр төркөмөнә оҙатыла.
Мотоманевр төркөмөнөң төп бурысы Афғанстандың эске яғынан дәүләт сиктәрен һаҡлау, дошмандарҙың ҡораллы отрядтарын тар-мар итеү буйынса хәрби хәрәкәттәр алып барыу, шулай уҡ Совет Армияһы колонналарын оҙата барыу булған.
Афғанстан Республикаһынан Совет ғәскәрҙәре сығарылғас, Альфред Шәрәфиев Пяндж ҡалаһына күсерелә. Унда ул ЗИЛ-130 автомашинаһы водителенә яңынан әҙерлек уҙа һәм подвоз ротаһы составында була. Колонна составында Дуҫлыҡ күпере аша Афған халҡына ярҙам күрһәтәләр. Был Хайратон (Афғанстан) һәм Термез (Үзбәкстан) ҡалаларын тоташтырыусы Амударъя йылғаһы аша берләштерелгән автомобиль-тимер юл күпере була.
1989 йылдың сентябрендә Альфред Мотаһар улы Төркмәнстандың Керки ҡалаһына водитель булараҡ сик буйы заставаһына ебәрелә. 1989 йылдың 27 декабрендә ефрейтор званиеһында демобилизациялана.
“Афған һуғышы ветераны” ордены, “Яугир-интернационалисҡа рәхмәтле афған халҡынан”, “СССР Ҡораллы Көстәренә — 70 йыл” миҙалдары, “Совет Армияһы отличнигы”, I һәм II дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы” күкрәк билдәләре һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Альфред Шәрәфиев кеүек Афған һуғышы ветерандары — беҙҙең өсөн батырлыҡ, намыҫ һәм Тыуған илгә тоғролоҡ өлгөһө. Улар үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, илебеҙ тыныслығын һаҡланы. Бөгөн беҙ уларҙың батырлығын хөрмәтләп, ҡаһарманлыҡтарын бер ҡасан да онотмаҫҡа тейеш.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор:
Читайте нас: