+1 °С
Болотло
Баш ҡалаға 10 илдән татлы ризыҡ етештереүселәр йыйылып, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша, тармаҡ проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерә. Сара сиктәрендә пленар-лекция өлөшө, “түңәрәк өҫтәл”дәр, билдәле умартасылар, белгестәр, ғалимдар менән фекер алышыуҙар үтә, ҡортсолоҡ йыһаздарының ҙур күргәҙмәһе ойошторола. ApiGlobal - 2025 конгресының маҡсаты — умартасылыҡты үҫтереү һәм өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү.