Ошо айҙа, йәғни ғинуарҙа, республикалағы эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы күләме уртаса 24 мең һумға еткән.
Белеүегеҙсә, 1 ғинуарҙан пенсия 7,3 процентҡа индексацияланды. Был бер миллион 45 мең кешегә ҡағыла.
Әйткәндәй, Соцфонд шуны ла белдерә: әгәр ҙә 2024 йыл йомғаҡтары буйынса инфляция 7,3 проценттан артһа (индексация күләме), закон буйынса страховка пенсияһы тағы ла күтәрелергә тейеш.