Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура эфиры бара. Уға һорауҙарҙы алып барыусылар ҙа, Республикаға идара итеү үҙәгендә ултырған журналистар ҙа һәм алдан һорау ебәргән республика халҡы ла бирә.
Республиканың Халыҡ фронты рәйестәше, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев Өфөләге Урмансылар паркына бәйле һорау бирҙе. Ул парк тирәләй күп ҡатлы йорттар барлыҡҡа килмәҫме тигән борсолоу белдерҙе.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, парк әлеге ваҡытта үҙенең икенсе һулышын кисерә.
– Бик матур урын, Өфөнөң йөҙөк ҡашы, кешеләр унда күпләп йөрөй. Парк булараҡ уның үҫеш сиктәре юҡ. Ул федераль ҡануниәт яғынан юғары кимәлдә һаҡлана, унда ҡала урмандары, был бик етди факт, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Бер кем дә ниндәй ҙә булһа аҙымдар яһамаҫ тип уйлайым. Бөгөн мин унда булдым, кешеләр менән аралаштым, саф һауала йөрөнөм. Кешеләр күп һәм парк та матур. Урмансылар паркын тәртипкә килтерҙек, төп бурысты башҡарҙыҡ: юлдар, яҡтыртыу, таҙалыҡ, тәртип. Өфө артабан да үҫешергә тейеш.
Паркта кешеләр һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн спорт блогын эшләүҙәрен һораны, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башлыҡ төбәктә уртаса эш хаҡы кимәле буйынса һорауға ла яуап бирҙе. Уның билдәләүенсә, һуңғы ике йылда уның үҫеше күҙәтелә.
“Был иҡтисадтың, эшкәртеү сәнәғәтенең интенсив үҫеше менән бәйле. Эшкәртеү сәнәғәте һәм оборона предприятиелары 200 мең һумға тиклем эш хаҡы түләнгән вакансиялар тәҡдим итә. Төбәктә уртаса эш хаҡы яҡынса 66 мең һум тәшкил итә. Беҙҙә табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр өсөн бер төркөм ярҙам саралары эшләй. Аллаға шөкөр, миграция сәйәсәте беҙҙең файҙаға үҙгәрҙе, беҙгә күсеп киткәнгә ҡарағанда күберәк кешеләр килә. Шуныһы мөһим: йәштәрҙең сальдоһы ла ныҡ үҙгәрҙе - башҡа субъекттарға китеү менән сағыштырғанда, уҡырға күберәк килә башланылар. 11-се класты тамамлаусыларҙың дөйөм һаны һәм бюджет урындары һаны тап килә тиерлек. Һәр сығарылыш уҡыусыһының бюджет урынына эләгеү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта илдең башҡа төбәктәре араһында уртаса эш хаҡы кимәле буйынса беҙ тәүге ролдәрҙә түгел, 35-40-сы урындар араһында баланс тотабыҙ. Шуға күрә үрләйһе үрҙәр бар әле. Эш хаҡы беҙҙә шулай артыр тип уйлайым”, – тине ул.
Баш ҡаланың Затон биҫтәһендә “Новоленд” торлаҡ комплексында йәшәгән ҡатын ҡасан яңы мәктәп төҙөлөр тип һораны.
“Унда шаҡтай ҙур төҙөлөш бара, һәм бик күп йәш ғаиләләр Затонда йәшәй. Әлеге ваҡытта мәктәптең әҙерлеге 96 процент тәшкил итә, унда дүрт процент ҡына төҙөргә ҡалды. Шул уҡ ваҡытта был 1,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән ярайһы уҡ ҙур мәктәп. Ул концессия буйынса төҙөлә, әммә намыҫһыҙ концессионерҙар арҡаһында төҙөлөш тамамланыу менән билдәле бер ауырлыҡтар ҙа бар. Беҙ унда йылылыҡ үткәрҙек инде, ошоға бәйле ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ һәм уны 2025 йылдың 1 сентябренә тапшырырға ниәтләйбеҙ. Был бик оптимистик фараз, ләкин әлегә офоҡтар шундай”, - тине республика етәксеһе.
Фото: "Башинформ".
Автор:Альфия Мингалиева