Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь , 11:16

"Ай ҡыҙы" МХО-ға китә...

Эльмира Юлдашеваны быға нимә этәргән?

"Ай ҡыҙы" МХО-ға китә...
"Ай ҡыҙы" МХО-ға китә...

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы алып барыусыһы Эльмира Юлдашева МХО-ға барырға ҡарар иткән. Актриса махсус операция бурыстарын алғы һыҙыҡта үтәргә ниәтләй, шуға күрә бөгөн БПЛА операторына уҡый.

"Мин – Тыуған илемдең патриоты. Ватаныбыҙҙы һаҡларға кәрәклегенә һаман да шикләнгән ир-егеттәргә өлгө булғым килә. Коллегаларым минең ҡарарымды бик хупланы. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡаласаҡ," – ти актриса.

Эльмира Юлдашева үҙенең ниәте ныҡлы булыуын, әммә барыбер бер аҙ борсолоуы хаҡында ла белдерә.

"Әлбиттә, мин борсолам. Әммә көслө кешемен, тормошта күпте күрҙем. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Яҡындарыма терәк-таяныс булыуҙары өсөн рәхмәтлемен", – тине Эльмира Юлдашева.

Эльмира Юлдашева республикала "Ай ҡыҙы" башҡорт телесериалында (режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) төп ролде башҡарыусы актриса булараҡ билдәле, шулай уҡ ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Йылайыр районы ҡыҙы.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: