Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь , 09:42

Салауат Юлаев һәйкәле ниндәй ваҡыт эсендә төҙөкләндерелер?

Әле алынасаҡ һәйкәл урынына ваҡытлыса инсталляция ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡарала.

Салауат Юлаев һәйкәле ниндәй ваҡыт эсендә төҙөкләндерелер?
Салауат Юлаев һәйкәле ниндәй ваҡыт эсендә төҙөкләндерелер?

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауҙың бер йылдан алып 1,5 йылға тиклем ваҡытты алыуы ихтимал, тип хәбәр итте “Честно говоря” тапшырыуында Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

“Бында ҡатмарлылыҡ масштабында түгел, ә эштең нескәлегендә. Суйын – бик үҙенсәлекле материал, уны һаҡсыл тотонорға кәрәк. Иң мөһим һорау эстән, каркас менән бәйле. Тейешле финанслау һәм графиктарҙы аныҡ үтәү менән процесс йыл ярым ваҡытты алыуы мөмкин”, - тип асыҡлыҡ индерҙе белгес.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирында республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Салауат Ҡолбахтин хәбәр итеүенсә, ҡомартҡының цехында реставрация һәм фундаментын нығытыу урында параллель рәүештә алып барыласаҡ. Уның һүҙҙәренсә, әле ваҡытлыса инсталляция ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡарала.

“Әлегә проект документацияһы МАФ йәки лазер проекцияһы рәүешендә ниндәйҙер инсталляцияны күҙ уңында тотмай. Ләкин бындай тәҡдимдәр күҙәтеү советының тәүге ултырышында уҡ килде, һәм процесс барышында ошо мәсьәләне хәл итербеҙ тип уйлайым”, - тип билдәләне ул.

Һәйкәлде Өфөлә төҙөкләндерәсәктәр.

Фото: Валерий Шахов. 

Автор:Альфия Мингалиева

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: