Районыбыҙҙа күп бала тәрбиәләгән, үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән етеш тормош көткән ғаиләләр байтаҡ. Иҫке Яҡшый ауылында ғүмер итеүсе Гөлфинә һәм Марат Ғарифуллиндар нәҡ шундайҙарҙан. Күптән түгел район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тантаналы сарала Гөлфинә Ансар ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Әсә көнөнә был иң ҙур һәм иҫтәлекле бүләк булғандыр.
Гөлфинә һәм Марат Ғарифуллиндар биш бала тәрбиәләй: дүрт ҡыҙ һәм бер малай. Оло ҡыҙҙары Римма Нефтекама ҡалаһында стоматология клиникаһында эшләй. Лилиә — Чайковский медицина колледжы студенты, Гөлшат менән Салауат Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә белем ала. Ә кесе ҡыҙҙары Алия — “Дюймовочка” балалар баҡсаһына йөрөй.
Гөлфинә Ансар ҡыҙы — Балтас почта бүлексәһендә хат ташыусы, Марат Ғәбделбаян улы “Донаэродорстрой” акционерҙар йәмғиәтендә водитель булып эшләй.
Ғарифуллиндар балаларын аҡыллы, тырыш, белемле, рухлы итеп тәрбиәләүгә, сәләмәт ғаилә традицияларын һаҡлауға, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға ҙур өлөш индерә, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.
“Ғаиләнең бәхет сере нимәлә?” тигән һорауға Ғарифуллиндар бер тауыштан: “Ғаилә — ул көндәлек хеҙмәт, йылы усаҡ”, — тип яуап бирҙе.
Гөлфинә Ансар ҡыҙы менән Марат Ғәбделбаян улы Ғарифуллиндар шулай ғаилә усағын һаҡлап, һау-сәләмәт балалар тәрбиәләп, һәр береһе эш урынында фиҙаҡәр хеҙмәт һала, үҙ хужалығында гөрләтеп донъя көтә.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.