Мостай Кәримдең әҫәрҙәренең һәр юлы күңелгә яҡын, ҡәҙерле. Бөйөк әҙиптең шиғырҙары ла, проза, драма әҫәрҙәре, һәммәһе лә халыҡсанлыҡ рухы менән һуғарылған, һәр береһе тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Был хаҡта сара башында филология фәндәре кандидаты, доцент Андрей Безруков та әйтте. Ул Мостай Кәримдең шиғырҙарын рус телендә уҡып ишеттерҙе, үҙенең күҙәтеүҙәре менән уртаҡлашты. “Мостай Кәримдең ижады көнүҙәк булып ҡала. Унда мәңгелек тормош хәрәкәте, әхлаҡи ҡиммәттәр сағылыш таба”, — тине Андрей Николаевич.
Уйын бик мауыҡтырғыс үтте һәм фәһемле булды. Унда ҡатнашыусылар Мостай Кәримдең башҡорт әҙәби мираҫын яңы кимәлгә күтәреп, донъя әҙәбиәтен байытыуын билдәләне.
Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альмира Ғарипова иһә Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын да тасуири итеп уҡыны.
Сараны 5-се курс студенттары Илшат Ҡазыханов менән Тимур Шәймөхәмәтов йәнле итеп алып барҙы.
Камила Мөхәмәтова.