Дмитрий Янибаевич — үҙенең йәнтөйәгенә ғашиҡ кеше, ысын патриот, оло тәжрибә туплаған хеҙмәт кешеһе. Уның эш һөйөүсәнлеге һәм ныҡлы ихтыяр көсө тәбиғәттән һәм ата-әсәһенән бирелгән. Үҙ ғүмерендә ул бер нимәгә үкенә — тәүлектә 24 сәғәт кенә булғанға. Ә уның пландары байтаҡ: күберәк һөрөргә, сәсергә, бай уңыш алырға.
1980 йылдар башында “Ҡариҙел” совхозының Сәпәш бүлегендә механизатор булып хеҙмәт һалғанда йәш егет игенселек эшенә ғашиҡ була. 1993 йылда ауылда “Башаҡ” крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштора, 2010 йылда ул шәхси предприятие КФХ башлығы Д.Я. Яникеев хужалығы тип үҙгәртелә. Әлеге көнгә Дмитрий Янибаевичтың фермерлыҡ стажы 31 йыл тәшкил итә.
— Бар яҡлап та үҙебеҙҙең кеше. Принципиаль, конкрет, һәр мәсьәләне ғәҙел хәл итә. Ул психолог кеүек, һәр кеше менән уртаҡ тел таба. Бик тырыш, бар күңеле менән башҡарған эшен ярата. Уның ғүмере — ялһыҙ һәм байрам көндәрһеҙ үткән эш, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлектәр, бер һүҙ менән әйткәндә, осһоҙ-ҡырыйһыҙ хеҙмәт, — ти уның тураһында хеҙмәттәштәре.
Башҡаса Дмитрий Янибаевич тураһында әйтеп тә булмай. “Ни өсөн ғүмерегеҙҙе ауыл хужалығы менән бәйләнегеҙ?” — тигән һорауға ул: “Шулай килеп сыҡты инде, ҡайҙа тыуҙым, бәхетемде шунда таптым”, — тип яуапланы ул.
Дмитрий Яникеев — ысын хеҙмәт кешеһе. Ул етәксе булараҡ, заман менән бергә атларға тырыша, ә эш йылдан-йыл ҡатмарлана. Хужалыҡта кәрәкле бөтә ауыл хужалығы техникаһы һәм инвентары бар. Бөртөклө культураларҙы үҫтереүгә хужалыҡта ҙур иғтибар бирелә. Шуның һөҙөмтәһендә крәҫтиән-фермер хужалығында йыл да яҡшы уңыш йыйып алына. Ашлыҡ өсөн келәт булыуы игенде күпме кәрәк шул тиклем һаҡларға мөмкинлек бирә, ихтыяж күп булғанда юғары хаҡҡа һатырға ла була. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен лайыҡлы йөрөткән, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Дмитрий Яникеевтың тәжрибәһе һәм оҫталығы юғары етештереүсәнлек күрһәтеүгә булышлыҡ итә. Быйыл ул үҙенең NIVA комбайнында 10 мең центнерҙан ашыу иген һуҡты.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Дмитрий Янибаевич етәкләгән ауыл хужалығы предприятиеһы үҙенең элиталы орлоҡтары менән дан тота. Был бик мөһим йүнәлеш. Хәҙерге заман баҙары шарттарында ауыл хужалығы булған сорттарҙы етештереп кенә үҫешмәй, заманса талаптарға яуап биргән яңы перспективалы сорттарға һәм гибридтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бер ҙә юҡҡа ғына хеҙмәттәштәре уны “беҙҙең Терентий Мальцев” тип атамай. “Дмитрий Яникеев — маҡсатсан һәм тырыш кеше, бик аҡыллы. Уға бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килде, ләкин бирешмәне. Һәр эшен аҙағына тиклем еткерә, ыңғай варианттар һайлай, үҙенең белеменә һәм тәжрибәһенә таяна. Ул ысын етәксе һәм яҡшы кеше, заманса хужалыҡ төҙөнө, унан күп нәмәгә өйрәнергә була” — тиҙәр Дмитрий Яникеев тураһында.
Зөлфирә Зарипова.
Ҡариҙел районы.