Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь , 11:15

Яңы техникала эшләү — ҙур шатлыҡ

Һуңғы йылдарҙа Ҡариҙел районында агросәнәғәт комплексы техника яғынан яҡшы үҫешә.

Яңы техникала эшләү — ҙур шатлыҡ
Яңы техникала эшләү — ҙур шатлыҡ

 Машина-трактор паркын үҫтереүгә ҙур хужалыҡтар ҙа, фермерҙар ҙа инвестициялар һала. 2023 йылда ғына беҙҙең аграрийҙар 205 миллион һумға техника һатып алған (2022 йылда — 99 миллион һум, 2021 йылда — 55,7 миллион һум).
Хужалыҡтар паркы йыл эсендә иген йыя торған дүрт көслө “Акрос” комбайны менән тулыланды. Улар етештереүсәнлек буйынса 10 “Нива” СК-5 комбайнына тигеҙ. Биш трактор һатып алынған, шул иҫәптән “Версатил” да бар, көслөлөгө буйынса дүрт ДТ-75 тракторына тигеҙләшә, ике үҙ йөрөшлө сапҡыс, өс “КамАЗ” йөк автомобиле, туғыҙ метр ерҙе эләктергән сәсеү комплексы (бындайҙар районда хәҙер дүртәү). Бесән йыя һәм ер эшкәртә торған Башҡа техника ла (тырма, культиватор, сәскес, урғыс) барлыҡҡа килде.
Быйыл да шулай булды. Туғыҙ ай эсендә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 109,4 миллион һумға 21 төрлө техника һатып алған. Шул иҫәптән 46,8 миллион һумға иген йыя торған өс комбайн, 7,5 миллион һумға аҙыҡ йыя торған бер “Дон-680” комбайны, 22,9 миллион һумға биш трактор, ауҙармалы машина, өс берәмек преслағыс һәм “Томь” сәскес комплексы. Һуңғы машина хеҙмәтләндереүҙә ябай һәм уңайлы, бер барғанда ауыл хужалығы культураһын сәсә, ашлама индерә, ерҙе алдан әҙерләмәй генә тигеҙләй.
Техниканы яңыртыу һәм күбәйтеү буйынса “Зуевский” (43 миллион һумдан ашыу), “Агро-ресурс “Ҡариҙел” (42 миллион һум) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм С.С. Хайлатыпов шәхси эшҡыуар хужалығы (17 миллион һум) алдынғылар рәтендә бара.
Ауыл хужалығы предприятиеларының төп саралары шулай уҡ төҙөлөш иҫәбенә артҡан: “Зуевский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иген һалыр өсөн ике ангар һәм 4500 тонна күләмендә сенаж һалыу һәм һаҡлау өсөн өс силос траншеяһы, ә “Агро-ресурс “Ҡариҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бер ангар һәм үлсәү хужалығы төҙөлгән. Хужалыҡтарҙың һәм КФХ-ларҙың төп капиталына инвестициялар суммаһы 143 миллион һум тәшкил итә.

Зөлфирә Сәфәрова.
Ҡариҙел районы.

Яңы техникала эшләү — ҙур шатлыҡ
Яңы техникала эшләү — ҙур шатлыҡ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: