Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Максим Забелин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһынан китте (Максим Забелин вазифаһынан китте) һәм иртәгәнән башлап Мәскәү өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләй.
«Эш дауам итергә тейеш, шуға күрә бөгөндән был бурыс Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа йөкмәтелә. Беҙҙә бер ниндәй күсеү этаптары, йәш яугир курстары юҡ — алға барырға һәм эшләргә», — тине БР Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.