Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь , 10:05

Агротуризмды үҫтереүгә ярҙам бар

Башҡортостандан дүрт фермер "Агротуризм" программаһы буйынса грант конкурсында һайлап алынған. Аҡсалар киләһе йылда бүленә.    

Агротуризмды үҫтереүгә ярҙам бар
Агротуризмды үҫтереүгә ярҙам бар
Грант отоусылар араһында Борайҙан Русалина Шакирова бар. Ул 10 млн һум аҡса аласаҡ. Әйткәндәй, Русалина былтыр "Минең бизнесым" үҙәгендә "Йәштәр эшҡыуарлығы" программаһы буйынса ла белем алған һәм грант конкурсында ҡатнашҡан. Унда алған 500 мең һумға эшҡыуар "Клевое место" фермер хужалығы проектына ярашлы балыҡ аҙығы һатып алған.
Ә яңы грантҡа иһә балыҡ фермаһы янында туристик комплекс төҙөргә ниәтләйҙәр. Был биләмәлә әлегә ике йорт бар. 2026 йыл аҙағына уңайлы комплекс әҙер буласаҡ.
Шакировтар ғаиләһе балыҡ үрсетеү менән 2020 йылдан шөғөлләнә. Ул саҡта 2,2 млн һум күләмендә "Агростартап" гранты отҡандар.
Фото: Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан.
 
Агротуризмды үҫтереүгә ярҙам бар
Агротуризмды үҫтереүгә ярҙам бар
Автор:
Читайте нас: