Владимир Путин Радий Хәбировты Спортты үҫтереү буйынса Президент советына индерҙе.
Ил башлығы тейешле указға 12 октябрҙә үҙгәрештәр индерҙе. Шулай уҡ советҡа бер нисә төбәк етәксеһе инде — Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев, Силәбе өлкәһе башлығы Алексей Текслер һәм башҡалар. Бөтәһе 11 яңы ағза.
Башҡортостанда йыл һайын Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштары үтеп тора. Һуңғы биш йылда ғына биш ҙур спорт сараһы үткәрелгән, ә киләһе аҙнала «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы башлана.