Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь , 14:36

Ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлгә инә?

 1 октябрҙән ҡануниәттә түбәндәге үҙгәрештәр ғәмәлгә инә.  Хәрби пенсионерҙарҙың пенсиялары арта.  

Ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлгә инә?
Ниндәй үҙгәрештәр ғәмәлгә инә?

Хәрби пенсионерҙарға ярҙам саралары яңынан ҡараласаҡ

Рәсәйҙә 1 октябрҙән хәрби пенсионерҙарға, айырым көс ведомстволарының элекке хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына түләүҙәр арттырыласаҡ. Индексация 5,1 процентҡа башҡарыласаҡ.

 Адвокаттарға түләүҙәр арттырыласаҡ

1 октябрҙән шулай уҡ дознаватель, тәфтишсе йәки суд тәғәйенләүе буйынса енәйәт эштәре буйынса судта ҡатнашыусы адвокаттарҙың түләү күләме 5,1 процентҡа индексациялана. Эксперт баһаһы буйынса, үҙгәрештәр ғәмәлдәге статустағы адвокаттарҙың 70 процентына ҡағыла.

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта

1 октябрҙән бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәрелә. Түләү 5,1 процентҡа артасаҡ.

 

Кибер хәүефһеҙлек арта

«Роскомнадзор» пират сайттарын ябыу өсөн яңы вәкәләттәр ала. Операторҙар Рәсәй ҡануниәте талабын үтәргә бурыслы.

 

Автомобилде ҡайтанан  һатҡан өсөн утилләштереү йыйымдары арта

 Утилләштереү йыйымы ставкаһы төрлө класлы еңел, еңел коммерция, йөк, автобустар, шулай уҡ прицептар һәм ярымприцептар, ҡайһы бер юл — төҙөлөш техникаһы өсөн күтәрелә. Үҙгәрештәр етештереүселәргә һәм импортлаусыларға ҡағыла. Физик шәхестәр өсөн льготалы коэффициенттар һаҡлана, әгәр двигатель күләме 3 литрға тиклем булһа һәм транспорт сараһы шәхси ҡулланыу өсөн тәғәйенләнһә.

 Банк операциялары ҡәтғилләштерелә

 Шикле операциялар хәүефе юғары. Дәүләт Думаһында  аңлатыуҙарынса, әгәр юридик берәмек йәки шәхси эшҡыуар иҫкәртеү алған һәм шикле операциялар арҡаһында юғары хәүеф төркөмөнә индерелгән булһа, улар финанс ойошмаһына  был категорияны ҡайтанан ҡарау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә ала.

Такси пассажирҙарын өҫтәмә страховкалау

 Такси эшмәкәрлегенә рөхсәт алған кешеләр такси пассажирҙарын страховкалау тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәтте вәкәләтле органға тапшырырға тейеш. Юғиһә, рөхсәт ғәмәлдән сығарылыуы ихтимал.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Автор:
Читайте нас: