Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре Рәсәй Федерацияһының өлөшө булыуына бөгөн ике йыл. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо туралағы яҙмаһы менән уртаҡлашты:
- Был көндө Кремлдең Георгий залында дүрт яңы субъектты беҙҙең дәүләт составына ҡабул итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Быға тиклем һигеҙ йыл дауамында унда йәшәүселәр рус телендә һөйләшеү, рус әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, рус дәүләтендә булыу хоҡуғын яҡланы. Хәҙер үҙҙәрен тормошҡа ашырыуға уларҙың барлыҡ мөмкинлектәре лә бар. Был төбәктәрҙең потенциалы ҙур. Махсус хәрби операция уңышлы тамамланғандан һуң улар һөҙөмтәле тергеҙелеү һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш өлгөһө булыр тип ышанам.
Башҡортостан Донбассҡа махсус хәрби операция башланғанға тиклем ярҙам ҡулын һуҙҙы. Һуңынан ярҙам тағы ла күләмле, системалыға әүерелде. Луганск халыҡ республикаһында урынлашҡан Красный Луч ҡалаһын беҙ шефлыҡҡа алдыҡ. Республика белгестәре яңы юлдар һалырға, иҫкеләрен тәртипкә килтерергә ярҙам итте, туҙған инженер коммуникацияларын алмаштырҙы, мәктәп һәм балалар баҡсаларын ремонтланы. Был төбәккә беҙ медиктар десантын ебәрҙек. Улары урындағы халыҡты дауаланы.
2022 йылдың яҙында Радий Хабиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан Красный Лучҡа асфальт-бетон заводты күсереү хәл ителде. Ул бик тиҙ арала ҡоролдо. Июнь башында асфальттың тәүге партияһы сығарылды. Былтыр Луганск халыҡ республикаһында социаль инфраструктураны үҫтереп, ҡалала МФЦ офисы ойошторолдо.
Махсус хәрби операция башланғандың тәүге айҙарынан уҡ республика хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡасаҡтарҙы ҡабул итте. Үҙенең йәнтөйгендә ҡалғандарға ярҙам итеп, 133 гуманитар ылау оҙатылды. Уның бер өлөшө Ҡырым һәм Белгород өлкәләренә тәғәйенләнде.
Беҙҙең ярҙам Донбассты тергеҙеүҙе ныҡлы тиҙләтер, тип ышанам. Бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңербеҙ һәм тағы ла көслөрәк булырбыҙ. Байрам менән! Рәсәй алға!- тиелә яҙмала.
Фото: “Башинформ”.
Автор:Резеда Шәнгәрәева