Халыҡ һайлауға әүҙем килә. Бигерәк тә оло йәштәгеләр мөһим ваҡиғаға яуаплы ҡарай. Ҡыйғаҙы ауылының иң оло кешеһе — Рәйеф ағай Делимов та һәр ваҡыттағыса һайлауҙан ситтә ҡалманы. Рәйеф Әхмәтзыя улына 87 йәш, ул һайлау участкаһына Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы Нәрисә менән килде. Гражданлыҡ бурысын үтәп, һайлауҙың нисек барыуын һорашып, комиссия ағзаларына уңыштар теләп ҡайтып китте.
Әйткәндәй, йәштәребеҙ ҙә һайлауға яуаплы ҡарай. Өфө политехник техникумында уҡыусы Эвелина Сибәғәтова быйыл тәүге тапҡыр тауыш бирҙе. Һайлау участкаһында уны ҡотлап, иҫтәлекле бүләк бирҙеләр.
Илһөйәр Махатова.