Һайлау көндәрендә оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала.
Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.
Ҡыйғаҙы ауылында урынлашҡан 937-се участка комиссияһы ағзалары ла оло йәштәгеләрҙе, ауыр сирле кешеләрҙе йорттар буйлап йөрөп, һайлатып сыҡты. Ундайҙар исемлек буйынса 20-ләп. Өлкән йәштәгеләр, ғәҙәттә, һайлауға һәр саҡ яуаплы ҡарай. Был юлы ла тауыш биреү өсөн комиссия ағзаларын ихлас көтөп торҙолар.
Илһөйәр Махатова.