Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь , 13:17

“Бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңербеҙ”

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияға юлланыусы яугирҙың ғаиләһе һайлауға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне

“Бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңербеҙ”
“Бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңербеҙ”

Яубүләк ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында урынлашҡан 913-сө участка комиссияһында ла һайлауҙың икенсе көнө тыныс шарттарҙа, әүҙем бара.
Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияға юлланыусы яугирҙың ғаиләһе — тормош иптәше Лариса Алексеевна улы Рәсүл һәм ҡыҙы Самия менән һайлауға килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне.
Лариса Алексеевна тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләй. Күптән түгел улар никахтарын да рәсмиләштерҙе. “Тормош иптәшем менән 15 йылдан артыҡ бергә йәшәйбеҙ. Бына ул ныҡлы ҡарар ҡабул итеп, ике көн элек илебеҙ һағына юлланды. Был беҙҙең өсөн ауыр һынау, ләкин бергә булғанда ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, тип уйлайым. Донъяла тыныслыҡ ҡына урынлашһын”, — ти ул.


Илһөйәр Махатова.
Анна Ханжина фотолары.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: