Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август , 10:50

Балтастар сәйәхәт итергә ярата

Башҡортостанда 2020 йылдан башлап республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул өлкән быуын кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Балтастар ҙа был программаны әүҙем ҡуллана. Уның сиктәрендә улар Өфө, Бөрө ҡалаларына һәм Мишкә, Илеш, Нуриман райондарына сәйәхәт ҡылды.

Балтастар сәйәхәт итергә ярата
Балтастар сәйәхәт итергә ярата

Бөрө – боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Балтастар унда Бөрө тарихи музейында, Изге Троица соборында, Михайло-Архангельский ғибәҙәтханаһында, Октябрь майҙанында, “Соколок”  паркында һәм сауҙагәр Чирков кибетендә булдылар. Сәйәхәтселәрҙе экскурсовод оҙатып йөрөнө. Ул Бөрө ҡалаһының иҫтәлекле урындары, сауҙагәрҙәр һәм уларҙың йорттары тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Ә Мишкә районында мари тарихи-мәҙәни үҙәгенән “көмөш” йәштәге туристар бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Балтастарға шулай уҡ Илеш районының Уяндыҡ ауылындағы “Ал роза” ҡунахана-сәләмәтләндереү комплексында булыу бәхете йылмайҙы. Ял базаһында тоҙ шахтаһына барғандар, бассейнда йөҙгәндәр, матур һәм билдәле урындарҙа булғандар. Нуриман районына “Изге ҡыуаҡтар – Красный ключ” туры ла ойошторолдо.
Экскурсия проектында ҡатнашыу өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙ өсөн уңайлы маршрут һәм көн һайлап, берәр сәфәргә яҙылырға кәрәк.

"2020 йылдан башлап бөгөнгә ҡәҙәр “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһы 34 меңдән артыҡ кешене ҡоласланы. Проектта ҡатнашҡан туроператорҙар төрлө маршруттар эшләй – сәләмәтләндереү, музейҙарға һәм иҫтәлекле урындарға барыу һ.б. Һәр сәфәрҙә ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған", — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең бер сығышында.

 

Фекер...
Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса баш белгес Айһылыу Йыһангирова:
— Республика буйлап сәйәхәт итергә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы ярҙамында мөмкин булды. Проект буйынса өлкәндәр йылына бер тапҡыр республика буйынса бер көнлөк бушлай турға бара ала. Был мөмкинлек менән 60-тан өлкән ир-аттар һәм 55 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ хеҙмәт стажы буйынса лайыҡлы ялға сығыусылар ҡуллана ала.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

 

Балтастар сәйәхәт итергә ярата
Балтастар сәйәхәт итергә ярата
Автор:
Читайте нас: