Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август , 10:35

“Аҫылташ”тан еңеү менән ҡайтты

Фән менән шөғөлләнеүсе студенттар республика форумында уңышлы сығыш яһаны

“Аҫылташ”тан еңеү менән ҡайтты
“Аҫылташ”тан еңеү менән ҡайтты

Йылайыр районында “Дуҫлыҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында “Аҫылташ-2024” форумы уҙҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында «Берҙәмлек» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Ҡасандыр республика Йәштәр һабантуйына нигеҙ һалынған ерҙә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән иң әүҙем ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйылыуы йылайырҙар өсөн ҙур мәртәбә булды. Өс көн буйына уларҙы бай белем биреү программаһы һәм билдәле артистарҙың концерты һөйөндөрҙө. Ҡатнашыусылар төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре аша башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнде.
Форумдың тағы бер сағыу ваҡиғаһы «Росмолодежь» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсын йомғаҡлау булды. Гранттар конкурсының 3,5 миллион һумлыҡ фондын туғыҙ еңеүсе бүлеште. Сараны ябыу тантанаһында иң әүҙемдәргә республика Башлығының «Башҡортостан Республикаһының ирекмәне» почет билдәһе һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Шуныһы ҡыуаныслы, форумда Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары ла ҡатнашты. Уларҙың бер төркөмө Бөрө районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр ойошмаһы исеменән сығыш яһаһа, икенсе төркөмө яңы ижади грантын яҡланы.
Төбәкте үҫтереүҙә Евразия ғилми белем-биреү үҙәге составына ингән Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы ла ситтә ҡалмай. Педагогика факультеты башланғыс белем һәм һынлы сәнғәт бүлегенең 2-се курс студенты Полина Шишко форумдан еңеү менән ҡайтты. Уның «Тәбиғи» Интерактив музейын төҙөү тураһындағы проекты 320 600 күләмендә аҡса отто. Полина үҙе проекттың етәксеһе булып торһа, уны тормошҡа ашырыуҙа курсташтары ярҙам итәсәк. Студенттар остаздары итеп ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы доценты Юлия Сергеевна Ременниковны, Эльвира Ниғмәтулла ҡыҙы Яппарованы һәм башҡа тәбиғи дисциплиналар һәм педагогика буйынса эшләүсе уҡытыусыларҙы һайлаған. Программаның төп йүнәлеше булып профориентация сиктәрендә мәктәп уҡыусылары менән тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү һәм уларҙы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә ылыҡтырыу тора. Был йәһәттән Бөрө филиалы базаһында фәнни-теоретик лекциялар уҡыу, шул йүнәлештә осрашыуҙар үткәреү һәм лабораторияларҙа практик эштәр башҡарыу ҡаралған. Былар барыһы ла мәктәп уҡыусыларына белемдәрен камиллаштырырға һәм юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ярҙам итәсәк. Сөнки проект тәбиғи фәндәр буйынса кадрҙарҙың етешмәүен, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән.
Әйтергә кәрәк, “Аҫылташ”та студенттар башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған этномайҙансыҡтарҙа ла әүҙем ҡатнашҡан. Кейеҙ һәм быйма баҫыу, заманса түшелдеректәр эшләү серҙәренә төшөнгәндәр, үҙҙәрен уҡтан атыуҙа ла һынап ҡарағандар. “Халыҡ бейеүе элементтары менән танышыу һәм онотола барған халыҡ уйындарында ҡатнашыу айырыуса кинәнес бирҙе”, – ти улар.
Башҡортостан Республикаһында һуңғы йылдарҙа фән һәм мәғариф төрлө яҡтан үҫеш кисерә. Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге үҙ эшен башланы, ғалимдарҙы һәм йәш тикшеренүселәрҙең эшмәкәрлегенә грант ярҙамы күрһәтелә, юғары уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға иғтибар бүленә.

 

“Һәр саҡ республикабыҙҙың юғары ғилми-технологик потенциалына ышандым һәм ышанам. Башҡортостан 2021 йылда төбәктәрҙе ғилми-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында дүртенсе урынды алды.
Беҙҙең уңыштар өсөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, әлбиттә, локомотив булып тора. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары донъя фәне картаһында һиҙелерлек урын алды, беҙ ҙур федераль проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде.
Йәш ғалимдарыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн стажировка үтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 200 миллион һум бүлеүебеҙ мөһим. Мәсьәләнең социаль яғын да онотманылар”, – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фекер...
Винер Вәлиәхмәт улы Ғәниев, филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы директоры:
– Һуңғы йылдарҙа республикала фәндең үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй күләмендә күрһәтерлек һәм маҡтанырлыҡ яңы проекттарыбыҙ, яңы ҡаҙаныштарыбыҙ бар. Фәнгә йәштәрҙең ылыҡтырылыуы һәм уларҙың ғилми ҡарашы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырылыуы ла мәртәбә. Ситкә китмәйенсә үҙемдең ғаиләмдән генә миҫал килтерә алам. Ҡыҙыбыҙ Лилиә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранты сиктәрендә бер йыл эсендә Ҡаҙағстанда һәм Ғәрәп Әмирлектәрендә стажировкала булып ҡайтты. Астана һәм Шарджа юғары уҡыу йорттары менән танышыу һәм тәжрибә туплау юғары баһаға лайыҡ. Шулай уҡ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге нигеҙендә заманса талаптарға яуап биргән кампус төҙөү, йәш ғалимдарҙы фатир менән тәьмин итеү, уларҙы алдынғы белем биреү усаҡтарына тәжрибә тупларға йүнәлтеү, йәштәр өсөн махсус лабораториялар булдырыу кеүек проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Былар барыһы ла үҙебеҙҙең маҡсатлы һәм инициативалы йәштәрҙе бергә туплай, яңы асыштарға эйҙәй.
Рәсәйҙең фәнни картаһында “Өфө фән һәм технологиялар университеты” исеме менән яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килеүе төбәктә алып барылған эҙмә-эҙлекле эштәрҙең бер һөҙөмтәһе булып тора. Шул уҡыу йортоноң филиалы булараҡ, беҙ ҙә республиканың үҫеше өсөн үҙебеҙҙең өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслыбыҙ. Республиканың “Топ-5” иҫәбенә инеүе ғилми даирәгә, бер яҡтан, ғорурлыҡ һәм ышаныс өҫтәһә, икенсе яҡтан, әлбиттә, республикабыҙ алдына яңы талаптар ҡуя. Бының өсөн тағы ла тырышырға, практик йүнәлештәге эштәрҙе көсәйтергә кәрәк.

 

Ғәлиә ҒәниевА.

Автор:
Читайте нас: