Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август , 12:04

Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды

Бөрө-Тастүбә-Һатҡы автомобиль юлы буйында Дәүеш ауылы эргәһендә урынлашҡан был яңы объектты йүнсел яҡташыбыҙ, эшҡыуар Салауат Ниғмәтйәнов төҙөнө. Был урын осраҡлы һайланмай: инвестор Ниғмәтйәнов ошо ауылда тыуып үҫә. Инде күп йылдар илдең башҡа төбәгендә йәшәп, унда эшләһә лә, бизнес-проектын тыуған яғында тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Ауыл эргәһендә коммуникация мәсьәләһен хәл итергә лә еңелерәк була.

Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды
Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды

Юл буйы сервисы объектын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы юл буйы сервисын үҫтереү буйынса проект башланғысы етәксеһе Наил Фәйрүзов, Башҡортостан Республикаһының урман сәнәғәтселәре һәм мебелселәре ассоциацияһы рәйесе Илдар Ғарифуллин ҡатнашты.
Айҙар Әнғәм улы инвесторҙың районда бындай объектты асыр өсөн оҙон юл үтеүен һәм уның район иҡтисады өсөн әһәмиәтен билдәләне.
“Автомобиль юлы буйында бындай заманса сервис пункты асыу туристарҙы төбәккә йәлеп итергә ярҙам итәсәк. Республика етәкселеге һәр районда юл буйы сервисы пунктын йыл һайын асыу бурысын ҡуя. Был республика халҡы һәм ҡунаҡтары төбәк буйынса уңайлы шарттарҙа йөрөү өсөн кәрәк. Хәҙер бындай объект беҙҙең районда ла бар”, — тине район хакимиәте башлығы һәм инвесторға уңыштар теләне.
“Республикала юл буйы сервисы бик йылдам үҫешә, — тине Наил Фәйрүзов. — Бының өсөн Салауат Ниғмәтйәнов кеүек эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтергә кәрәк. Улар бюджетта килем сығанағы булыуына, ә халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Был объект бик һөйөндөрҙө: яҡшы инфраструктураһы һәм ҙур йөк машиналары өсөн туҡталҡаһы ҡаралған, кәртәләп алынған һәм һаҡланған территорияһы бар. Юл буйы сервисы булдырған хәүефһеҙлек факторын да билдәләргә кәрәк: юлда оҙаҡ ваҡыт булған водителдәргә хәҙер ял итеү, ашап һәм хатта йыуынып алыу мөмкинлеге лә бар.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, ҡунаҡтар территория буйлап экскурсияла йөрөнө. Салауат Дәүләт улы үҙенең проекты тураһында һөйләне һәм бөтә әҙер инфраструктураны күрһәтте. Әлеге мәлгә объект еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн кәртәләп алынған һәм һаҡланған автотуҡталҡаны, кафены, душ кабинкалары менән дөйөм мунсаны, ултыртылған ағастар һәм беседкаларҙы үҙ эсенә ала. Дөйөм инвестиция күләме 35 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, һигеҙ яңы эш урыны булдырылған. Инвесторҙың планында — ике ҡатлы ҡунаҡхана, балалар майҙансығы төҙөү.


Салауат Ниғмәтйәновтың хәл итәһе мәсьәләләре күп әле: газ үткәрергә, объектҡа алып инә торған юлды киңәйтергә һәм башҡалар. Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкиле инвесторҙы тыңлап, сығымдарҙы ҡаплатыу буйынса был һорауҙарҙы хәл итеү юлын тәҡдим итте. Эшҡыуар водителдәргә юл буйы сервисы объекты булыуы тураһында хәбәр итеп тороусы юл билдәләрен ҡуйыу үтенесе менән дә хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итте. Айҙар Шәйҙуллин был эште тейешле хеҙмәттәргә ҡушты, ә Наил Фәйрүзов был нөктәне Яндекс Картаға ла индерергә тәҡдим итте.

“Инвестиция сәғәте” форматындағы ултырыштар инвесторҙар менән эш итеүҙең һәм тиҙ арала идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүҙең иң һөҙөмтәле ҡоралы», – тине Радий Хәбиров.

Фекер...
Район Советы депутаты Мирза Хөсәйенов:
— Районда тәүге юл буйы сервисы объектын асыу — ул, һис шикһеҙ, райондың транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе ыңғай аҙым. Был объект Ҡариҙел районы юлдары буйлап йөрөүсе водителдәр өсөн хәүефһеҙлек һәм комфорт кимәлен күтәрергә ярҙам итәсәк. Ә был урындағы халыҡҡа ла, районыбыҙ ҡунаҡтары өсөн дә мөһим.
Ҡортлокүл һәм Дәүеш ауылы халҡы:
— Үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ, ә ҡайһы беребеҙҙең туғаны ла булған Салауат Ниғмәтйәновты хуплап, юл буйы сервисы объектын асыу тантанаһына килдек. Салауат Дәүләт улы беҙҙең ауылдар янында ошо объектты асып, яңы эш урындары булдырҙы. Ауылдаштарыбыҙ бында эшләп тә йөрөй инде. Беҙ быға бик шат. Районыбыҙҙың бер урында тормай, алға барыуы, үҫеүе, туристарҙы йәлеп итеүе бик һөйөнөслө.

Бөгөн илебеҙ һәм республикабыҙ алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе – иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Тотороҡло эшләгән сәнәғәт, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырған компаниялар, уңайлы бизнес мөхит – быларҙың барыһы ла социаль өлкәне үҫтереү, ышаныслы киләсәкте булдырыу өсөн кәрәк. Шуға күрә Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Был эштең барыһы ла “Инвестиция сәғәте” ултырышында сағыла. Бындай форматтағы ултырыштар 2018 йылдан алып республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән үткәрелә. Биш йыл эсендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инициаторҙарына 21,1 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелгән, шул иҫәптән һалым льготалары – 18,8 миллиард һум, инвестиция һалым ҡайтармаһы – 0,8 миллиард һум, инженер инфраструктураһы төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар – 0,9 миллиард һум, ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар – 0,2 миллиард һум, агросәнәғәт комплексы объекттарын яңыртыуға субсидиялар – 0,35 миллиард һум.

Автор: Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды
Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды
Ҡариҙел районында яңы юл комплексы асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: