Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Июль , 14:15

Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәте уңышлы тормошҡа ашырыла

Сәнәғәт үҫеше мәсьәләләре  Башҡортостан Республикаһы  Башлығы   Радий Хәбировтың  иғтибар үҙәгендә. Республикала  2019 йылдан 2023 йылға тиклем сәнәғәт етештереүе  үҫеше 19,6 процент тәшкил итте.

Башҡортостанда  сәнәғәт  сәйәсәте   уңышлы тормошҡа ашырыла
Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәте уңышлы тормошҡа ашырыла

“Сәнәғәт етештереүе һәм иҡтисад беҙҙең республика хөкүмәте өсөн — төп  йүнәлеш. Улар булмаһа — һалымдар, социаль үҫеш береһе лә булмаясаҡ. Шуға  күрә сәнәғәт үҫеше менән бәйле бөтә нимә  туранан-тура минең иғтибарымда”, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы  Башлығы  XIX Рәсәй  сәнәғәт  форумында.

Республика Хөкүмәтендә уҙған  сәнәғәт  һәм инвестиция сәғәттәре  ултырыштарында тармаҡтарҙы алға итеү юлдары билдәләнә.  Комплекслы һәм системалы  эш нәтижә бирмәй ҡалмай. Башҡортостан  —   сәнәғәт  сәйәсәте   уңышлы тормошҡа ашырыла торған төбәк  булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Радий Хабиров сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың тулы бер системаһын яйға һалды, һәм ул икенсе йыл рәттән үҙенең һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай.  Республикала сәнәғәт  сәйәсәтен  бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса  алға  итеү хәстәре күрелә.    Дәүләт ярҙамы   сифатында предприятиелар кредиттарҙы реструктуризациялау  өсөн гарантиялар һәм яңы заемдар, сығымдарҙы ҡаплауға  субсидиялар ала.    

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Вадим Ғәлиәкбәров һөйләй:

“Нәҡ бына ошо  дәүләт ярҙамы менән районда 2017 йылда “Акбар” йәмғиәте барлыҡҡа килде. 2019 йылда ул матди-техник базаһын үҫтереүгә 18 миллион һум күләмендә грант алғайны. Бөгөн ул Балтас районы хужалыҡтары өсөн  генә түгел, күрше Асҡын, Борай, Тәтешле райондары аграрийҙары өсөн дә ҙур таяныс. Предприятие  ерле  хужалыҡтарға эске ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә  ярҙам итә.  Яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар һатып алыуҙа ҡыйынлыҡ күрмәйҙәр. Һуңғы йылдарҙа “Акбар”ҙың үҫеш алыуы ныҡ һиҙелә. Производство базаһы үҫеште. Цехтар заманса ҡоролмалар  менән йыһазландырылды. Предприятиеның юғары сифатлы продукция етештереү мөмкинлектәре ҙур. Әлеге ваҡытта ул  15  тоннанан артыҡ һөт эшкәртеп, әҙер продукция сығара. Уның тауары “Башҡортостан продукты” билдәһе менән маркировкаланған. Нефтекама ҡалаһы, Ҡыйғы районы “Һөт кухняһы”н да тәьмин  итә. Киләсәктә “Акбар” йомшаҡ сырҙар етештереү линияһын да эшкә ҡушасаҡ”.

     
  2024 йылға ярҙам  сараларын  тормошҡа   ашырыуға 3 078,5 миллион һум ҡаралған, шул иҫәптән федераль бюджеттан 852,6 миллион һум. 2017 йылдан башлап инвестициялар күләме менән  177 проект ярҙәм алды 55,2 миллиард һум. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы сәнәғәтен үҫтереү Фонды тарафынан инвестицияларҙың дөйөм күләме 12,2 миллиард  һум булған 44 проект хупланған.

Пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендәге ике  предприятиеға 205,8 миллион  һумлыҡ 3 өс  грант тапшырылған.

Федераль фонд линияһы буйынса  проекттарҙы тормошҡа  ашырыу 3,3 миллиард һум күләмендә финансланған. Проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм  күләме 6,5 миллиард һум.   

Хәҙерге ваҡытта биш перспективалы проект ҡарау стадияһында. Сәнәғәт өлкәһендә инвестиция проекттары портфеле 2035 йылға тиклем  тормошҡа ашырылыу горизонты  менән  500 миллиард  һум тәшкил итә.

Дамир Хәйртдинов.

Фото из архива.

Балтас районы.

Балтач таңнары

Автор:
Читайте нас: