Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль , 09:59

Кирзәгә йәш спортсылар йыйылды

Кирзә алтынсы йыл рәттән республиканың бөтә спортсыларын үҙенә йәлеп иткән үҙәккә әйләнде. Был проект төрлө йылдарҙа Президент һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фондтары конкурстары еңеүсеһе булды.

Кирзәгә йәш  спортсылар йыйылды
Кирзәгә йәш спортсылар йыйылды
Башҡортостан Башлығының республикала граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары Радий Хәбиров указы менән 2019 йылда булдырылғайны. Был эш менән Республиканың Берҙәм грант операторы шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды төбәктәге социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға булышлыҡ итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020 - 2024 йылдарҙа Фонд 17 конкурс үткәрҙе, 3692 ғаризаның 745 социаль әһәмиәтле проектын хупланы. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллион һумы - республика бюджетынан, 364,86 миллион һумы Президент гранттары фондын берлектә финанслауҙан килгән аҡса.

Быйыл да бында республиканың спорт секцияларында шөғөлләнеүсе йәш спортсылар йыйылды. Улар — Башҡортостандың йыйылма командалары ағзалары, Бөтә Рәсәй ярыштары призерҙары һәм еңеүселәре, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыусылар.
“Еңеү офоҡтары” тип аталған спорт-патриотик йыйындар мәктәптә уҙа. Был сараға нигеҙ һалыусы булып ошо ауылда тыуып үҫкән Александр Соснин тора. Ул — “Башҡортостан Республикаһының хәрби һуғыш сәнғәте союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Республика Башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Йыйындар Ҡариҙел районы хакимиәте ярҙамында уҙа.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда был проект күп спорт төрҙәрен берләштергән, үҙ эсенә хәрби-патриотик, уҡыу-тренировка һәм физкультура-һауыҡтырыу программаһын үҙ эсенә алған берҙән-бер сара булып тора. Ошо көндәрҙә бирелә өсөнсө смена йыйындары бара, ә балалар һаны — йөҙҙән артыҡ.

"Тәбиғәт һәм таҙа һауа йәш спортсыларға алда торған ярыштарға сифатлы әҙерләнергә ярҙам итә. Төрлө спорт федерацияларынан 600-ҙән ашыу бала йәй буйына бында тренировка үтәсәк", — ти идарасы урынбаҫары Гөлназ Нафиҡова.

Был проект төрлө йылдарҙа Президент һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фондтары конкурстары еңеүсеһе булды.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: “Республикала грант ярҙамының яҡшы төҙөлгән системаһы булдырылды. Һуңғы биш йылда йәмәғәт учреждениелары 1,5 миллиард һум самаһы ошондай ярҙам ала. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ярҙам алғандарҙың күп булыуы ҡыуандыра”.

Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас: