Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль , 15:21

Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала

Башҡортостанда ауыл хужалығына комплекслы финанс ярҙамы киң күрһәтелә. БР Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына — ауыл халҡына һәм ауыл хужалығына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала
Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала

2024 йыл башында БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошолай тип яҙҙы:
“Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларының экспорт потенциалы ҙур, республиканың үҙен дә, башҡаларҙы ла ашатырлыҡ ҡеүәте бар. Шуға күрә был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Был ауыл хужалығыбыҙҙың тотороҡлолоғон һәм үҫешен һаҡлауға ярҙам итәсәк”.
Аграр сектор аша эш урындары булдырыла, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Фермерҙарға төрлө ярҙам, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар һәм бөтә районда индерелгән льготалар бар. Хәҙер йәш ғаиләләрҙең күпселеге тыуған ауылында ҡала, үҙҙәренең һәләт һәм белемдәренә ҡулланыу таба, матур йорттар һалып, балалар үҫтерә. Рәмил Зарипов та үҙ урынын ауыл хужалығы етештереүендә тапҡан.
Йәлдәк ауылында йәшәүсе Зариповтар хужалығы йылдан-йыл ҙур үҫеш ала. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаған, ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән Рәмилде күрше-тирәлә “хәләл фермер” тип йөрөтәләр. Улар — районда иң күп мал ҡараусы фермерҙар иҫәбендә.
— Бала саҡтан мал-тыуар араһында үҫтем. Атайым янында бар эштең асылына төшөнөп, нескәлектәрен белеп, буй еткерҙем. Уның юлын дауам итеп, крәҫтиән-фермер хужалығы астым. Фермерҙарға дәүләт төрлө программалар тәҡдим итә, шулай тәүәккәлләргә булдыҡ. Ысынлап та, бәхет йылмайҙы. Грант отоп, тоҡомло эре мал һанын арттырҙыҡ, — тип һөйләй Рәмил Зарипов.
2021 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашып, Рәмил Әхләф улы симменталь тоҡомло 90 баш тана һәм техника һатып ала.
2007 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, үҙ эшен башлаған Әхләф Зариповҡа туғандары, балалары ла ҡушыла. Зариповтарҙың мең гектарға яҡын ерҙәре, үҙҙәренең ит эшкәртеү, ит ризыҡтары яһау цехтары, тулы комплект техникаһы һәм малдарҙы салыу өсөн бөтә шарттары ла булдырылған махсус урындары ла бар.
Рәмил Әхләф улын йыш ҡына төрлө конференцияларға саҡыралар. Улар унда ситтән килгән фермерҙар менән тәжрибә уртаҡлаша, эш алымдарын өйрәнә.
Йәш фермер ысын мәғәнәһендә һыйыр телен аңлай, тиергә була, малдары тураһында бик яратып һөйләй:
— Һыйыр һайлау — бик ҡатмарлы эш ул. Тоҡомон тикшереп, хужаларын өйрәнеп, иғтибар менән ҡарап алырға кәрәк. Мин мал телен аңлайым. Йә аҙыҡ тейешле күләмдә бирелмәгән, йә малдар ҡараусыны, йә көтөүсене оҡшатып бөтөрмәй.
Ит тәмле булһын өсөн Зариповтар үҙҙәренең баҫыуында үҫтерелгән ашлыҡты тарттырып, рационды төрләндереп ашата. Туҡланыуға ҙур иғтибар бүленә, аҡһымға бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышалар. Уларҙа ситтән һатып алынған мал аҙығы бөтөнләй юҡ, бары тик үҙҙәре үҫтергәнде генә ашата.
Хәләл тигәс тә, был бисмилла әйтеп һөт һауыу, мал-тыуарҙы дини ҡанундар буйынса салыу ғына түгел, уларҙы хәләл туҡландырыу, дөрөҫ тәрбиәләү ҙә, — ти Рәмилдең атаһы, тәжрибәле фермер Әхләф Зарипов.
Хужалыҡ төп килемде ит һәм иттән эшләнгән ярым фабрикаттар һатыуҙан ала. Йәрминкәләрҙә лә улар даими ҡатнаша.
Әхләф Зариповтың кейәүе — уҙған йыл Болғар ислам академияһын тамамлап ҡайтҡан Әбделрахман Дүсмәтов та әлеге көндә үҙ хужалығында аттар үрсетеү менән шөғөлләнә. Уҙған йыл “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, грант ота. Шул матди ярҙамға 40 баш башҡорт тоҡомло ат һәм МТЗ тракторы һатып ала. Үҙ эшен асҡансы Әбделрахман аттарына ферма төҙөй һәм 75 гектар майҙан ерҙе рәсмиләштерә.
Зариповтарҙың район үҙәгендә, Өфө ҡалаһында үҙ магазиндары бар. Бирелә үҙҙәрендә хәләл ризыҡтар ашатып үҫтерелеп салынған малдар итенән етештерелгән продукция ғына һатыла. Киләсәктә лә бик оҙаҡ йылдар был хужалыҡта йәнә яңы аҙбарҙар төҙөлөп, тоҡомло малдар һанын арттырып, хәләл ризыҡтар әҙерләп, район, республика халҡын һөйөндөрөрҙәр әле.
Лира Юрасова. Борай районы.

Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала
Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала
Борай районында Зариповтар етештергән хәләл продукцияны халыҡ яратып ала
Автор:
Читайте нас: