Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 14:21

Хәсән позывнойлы яугир өйләнде

Балтас районының Ҡомъяҙы ауылы егете Илнар Хәсәнов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм ошо көндәрҙә ғаилә ҡороусы йәш пар булараҡ байрамда ҡатнашты

Хәсән позывнойлы яугир өйләнде
Хәсән позывнойлы яугир өйләнде

Ҡомъяҙы ауылы егете Илнар Хәсәнов МХО-ға уҙған йылдың апрелендә киткән. Быға тиклем Ҡуйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативында тракторсы булып эшләгән. Хәҙер ул десант-штурм бригадаһында хеҙмәт итә. Күптән түгел ул Дүртөйлө районы Йосоп ауылы ҡыҙы Руфина Рудольф ҡыҙы менән законлы никахҡа ингән. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда улар йәш ғаилә булараҡ тәбрикләнде.
— Илнар менән ноябрҙә Нефтекама ҡалаһында таныштыҡ. Уға яҡыныраҡ булыу маҡсаты менән Ульяновск ҡалаһына эшкә урынлаштым. Яраланған ваҡыттарында янында булдым. Илдәр тыныс булып беҙгә матур итеп йәшәргә яҙһын, — ти Руфина.
Йәштәргә ғаилә бәхете һәм имен тормош теләйбеҙ.


Рифина Ниғәмәева.

Автор:
Читайте нас: