Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль , 15:40

Бөрө музейында үҙенсәлекле экспонаттар бар

Был ҡалала элек самауыр етештергәндәрен белә инегеҙме?  

Бөрө музейында үҙенсәлекле экспонаттар бар
Бөрө музейында үҙенсәлекле экспонаттар бар

Бөрө ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейы фондында 15 меңдән ашыу экспонат һаҡлана. Улар был төбәктә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихын, йәшәйешен, мәҙәниәтен сағылдыра. Мәҫәлән, 19-20-се быуаттарҙа ҡалала самауыр эшләүсе оҫталар булған. Шляхтин фамилиялы етештереүсенең ҡомартҡыһы - музейҙың иң ҡиммәтле һәм уникаль экспонаты.

Бында шулай уҡ "Бөрө күренеше" картинаһының (рәссамы Любовь Попова) күсермәһе һаҡлана. Ә оригиналы аукционда бер миллион долларға һатылған. Авангард стилдә ижад итеүсе рәссам был ҡалаға ҡунаҡҡа килеп йөрөгән була һәм күп кенә эштәрен бындағы матурлыҡҡа арнай.

Сауҙәгәрҙәр тормошо, Пугачев ихтиялы осоро, ҡаланың ныҡлы аяҡҡа баҫыу этаптары, революция, Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет осоро - музей ҡала тарихының һәр этабын ентекле өйрәнә. 

Музей хеҙмәткәре Алексей Шумакаев мари халҡының кейеме, йолалары тураһында һөйләп үтте һәм "Ут аллаһы" программаһын күрһәтте. Тәбиғи шарттарҙа, шырпыһыҙ, ҡағыҙһыҙ ут тоҡандырыу ауыр хеҙмәт икәнен музейға килгән һәр кем күрәсәк. Шулай уҡ Алексейҙың болан мөгөҙөнән эшләгән тарағы ла, ҡондоҙ тиреһенән эшләнгән янсығы ла бик ҡыҙыҡлы.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: