Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июль , 11:58

Әсәлек капиталын тағы нимәгә ҡулланырға була?

Тик дәүләт ярҙамын файҙаланыуҙа бер шарт бар...    

Әсәлек капиталын тағы нимәгә ҡулланырға була?
Әсәлек капиталын тағы нимәгә ҡулланырға була?

Рәсәй Дәүләт Думаһында әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә йүнәлтеү мөмкинлеген ҡараған закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Федераль матбуғат сараларының белдереүенсә, дәүләт ярҙамын файҙаланыуҙа төп шарт – уны эскроу иҫәбе аша түләү, аҡса төҙөүселәргә объект файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына барып етергә тейеш.

Әсәлек капиталы һәм эскроу иҫәбе ипотекала һәм күп ҡатлы йорттар төҙөлөшөндә киң ҡулланыла. Закон проектына ярашлы, түбәндәге шарттар үтәлергә тейеш: торлаҡ төҙөлөшөнөң берҙәм мәғлүмәт системаһында подрядсының аккаунты һәм банк аккредитацияһы булырға тейеш. Ул төҙөлөш өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән йорт тупланмаларын йәки типовой проекттарҙы файҙаланырға бурыслы.

Эскроу иҫәбе шәхси торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәрендәге кеүек бер үк ҡағиҙәләр буйынса страховкалана – 10 миллион һум күләмендәге аҡсаны ҡайтарыу мөмкин.

Фото:https://vk.com/vkufahouse

Автор:Дина Арсланова
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: