Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль , 11:23

Яҡынығыҙ хәбәрһеҙ юғалһа, ғаиләһе ярҙам аласаҡ

Радий Хәбиров социаль ярҙам төрөн киңәйтергә ҡушты. 

Яҡынығыҙ хәбәрһеҙ юғалһа, ғаиләһе ярҙам аласаҡ
Яҡынығыҙ хәбәрһеҙ юғалһа, ғаиләһе ярҙам аласаҡ

Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына социаль ярҙам төрөн киңәйтергә ҡушты. Айырым алғанда, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн шифахана-курорт дауалауы мәсьәләләрендә саралар исемлегенә төҙәтмәләр индерергә ҡушты.

“Кисә “Патриот” паркында үткән осрашыуҙа “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары республикала ошо ярҙам сараһының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Ләкин улар хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн был ярҙам сараһының мөмкин булмауы темаһын күтәрҙе, сөнки ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының яҙма ғаризаһы буйынса ғына МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бирелә. Был норманы төҙәтергә һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә хәрби комиссариаттан белешмә буйынса санатор-курорт дауаланыуы алыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Бөгөн үк ошо мәсьәләне юридик яҡтан хәл итергә кәрәк”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 3660 кеше һәм уларҙың ғаилә ағзалары шифахана-курорт дауалауынан файҙаланған да инде. Тимәк, ысынлап та, был ярҙамға ихтыяж ҙур һәм уны бөтә хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары ала алырға тейеш.

Шулай уҡ Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына фондтың социаль координаторҙарын үҙҙәренең аҙналыҡ оператив кәңәшмәләренә саҡырырға ҡушты.

“Социаль координаторҙың һеҙҙәге кәңәшмәләрҙә ултырыуы, ҡаланың һәм райондың нимә менән шөғөлләнеүен белеүе мөһим. Улар һеҙгә МХО-лағы егеттәрҙең, уларҙың ғаилә ағзаларының ниндәй проблемалары барлығы хаҡында еткереп торорға тейеш”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: