Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Июнь 2024, 05:00

Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ

Һәр ғәмәлебеҙҙе, эштәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡылғанда, бары тик Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип ихлас ниәтләү кәрәк. Тулыраҡ сайтыбыҙҙа: 

Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙУҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ
Уҡыған доғалар ҡабул булһын тиһәгеҙ


Доғаның ҡабул була торған айырым ваҡыттары ла бар. Мәҫәлән, тәһәрәт алғандан һуң, фарыз намаҙҙарынан һуң, аҙан менән ҡамәт араһында, сәждә ҡылғанда, ямғыр яуғанда, зәм-зәм һыуы эскәндә, Сафа, Ғәрәфә тауында торғанда, Ҡәғбәтулла эсендә һорағанда, хаж ваҡытында таш ташлағанда, күмәкләп зекер әйткәндән һуң, Ҡәҙер төнөндә, Рамаҙан айында, ураҙа тотоусының ифтарға тиклем һәм ауыҙ асҡанда ҡылған доғалары ҡабул була. Шулай уҡ юлсының доғаһы, икенсе кеше өсөн уҡылған доға, ата-әсәйҙең балаһы өсөн һорағаны, изге баланың ата-әсәһе өсөн теләгәне, ғәҙел хакимдың һәм нахаҡҡа рәнйетелгән кешенең доғаһы ҡабул ҡылына. Йоҡларға тәһәрәт менән ятып, төн уртаһында уянып теләгән теләктәр тормошҡа аша. Әммә, сиктән сығып, Аллаһтан гонаһлы йәки ярамаған нәмәләрҙе һорарға ярамай. Был донъя өсөн генә түгел, ике донъя өсөн дә теләргә кәрәк. Беҙ үҙебеҙгә был донъя өсөн генә һораһаҡ, әхирәттә өлөшһөҙ ҡалыуыбыҙ ихтимал. Әруахтар өсөн дә сүрәләр, аяттар уҡып тороу зарур. Беҙ был донъяла ашауға нисек мохтаж булһаҡ, улар ҙа теге донъяла шулай уҡ доғаға мохтаж. Уларҙың рухтарын шатландырғаныбыҙ өсөн дә беҙгә сауаптар яҙыла. Һәр ғәмәлебеҙҙе, эштәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡылғанда, бары тик Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип ихлас ниәтләү кәрәк.

Тағы ла шул: доғаның ҡөҙрәте киң, яҙмышты ла фәҡәт доға менән генә үҙгәртергә була. Пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларына иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, Юныс пәйғәмбәр 40 көн буйы доға ҡылғандан һуң, Раббыбыҙ уны балыҡ ҡарынынан сығара. Мөхәммәт рәсүлебеҙ ҡылған доғалар беҙгә лә өлгө була ала.
Доғала булайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһы Тәғәлә беҙҙән риза булһын! Изге доғаларыбыҙ ҡабул булһын! Амин.

 

https://dzen.ru/a/Zm_njWt4bSiwUtG7

Автор:
Читайте нас