Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июнь , 09:00

Сүпрә ярҙамға килә

Түбәндәге ысулды ҡулланғанда баҡсалағы помидор, борос үҫентеләренең һабағы ныҡ була, мул уңыш бирә.

Сүпрә ярҙамға килә
Сүпрә ярҙамға килә

Бер литр йылы һыуға 120-130 грамм ҡоро сүпрә (магазиндыҡы ла ярай), ике аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа яҡшы итеп болғап, 5-6 сәғәткә  ҡалдырабыҙ. Артабан ошо ҡатнашмаға өс литр йылы һыу өҫтәп, тағы яҡшылап болғатабыҙ. Үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама әҙер!

Ошо ҡатнашманы һәр үҫенте төбөнә бер балғалаҡ ҡойоп сығырға. Помидор, боростарығыҙ ҙурая килә, ашлама миҡдарын самалап арттырырға.

Ашламаны ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланырға. Үҫентеләрегеҙҙең тамыры ла, һабағы ла ныҡ булыр, үҫә алмай ултырғандары ла күҙгә күренеп ҡалҡыныр.

Сығанаҡ һәм фото: "Ейәнсура таңдары" гәзитенән

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2024-06-04/s-pr-yar-am-a-kil-3796955
Автор:
Читайте нас: