Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май , 16:00

Ҡурсаҡҡа 130 йыл!

Борай районы эшҡыуарҙары Гүзәл һәм Артур Кәлимуллиндар магазиндарының бер мөйөшөндә ҡурсаҡ музейы булдырған.

Ҡурсаҡҡа 130 йыл!
Ҡурсаҡҡа 130 йыл!

Борай районы эшҡыуарҙары Гүзәл һәм Артур Кәлимуллиндар магазиндарының бер мөйөшөндә ҡурсаҡ музейы булдырған. Был эш менән мауыҡҡан эшҡыуарҙар экспонаттарҙы бөтә ил буйынса Калининградтан Владивостокка ҡәҙәр йыя, хатта Германиянан алып ҡайта. Шулай итеп, совет осороноң ҡурсаҡтары, уйынсыҡтары һәм башҡа иҫтәлекле әйберҙәренән торған музей барлыҡҡа килә, тип яҙа “Алға” гәзите.

–Бала саҡты юҡһыныу, ул ваҡыттағы уйынсыҡтар менән кешеләрҙе таныштырыу теләге коллекцияға нигеҙ һалды, – ти Гүзәл. – Барбиҙан һуң Ҡытай фарфор ҡурсаҡтары һатылғанын хәтерләйем. Сағыштырмаса арзан был ҡурсаҡтар тәүге экспонаттарыбыҙ булды. Йөҙҙән артыҡ булып киткәс, уларҙы тартмаларҙа һаҡлап булмауын аңланыҡ. Тәүҙә тормош иптәшем менән магазиныбыҙҙа бер мөйөш булдырҙыҡ. Хәҙерге ваҡытта экспонаттар араһында 150-гә яҡын ҡурсаҡ бар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙың ҙур коллекцияһы тупланды.

Кәлимуллиндар ҡурсаҡтарҙы тергеҙеү серҙәре  менән ҡыҙыҡһына, күп уҡый. Һәр уйынсыҡтың үҙ тарихы. Ҡурсаҡтар араһында 130 йәшлеге лә бар. Уны Кестнер фабрикаһында эшләгәндәр. Башы фарфорҙан, кәүҙәһе - бәрән тиреһенән, сәстәре мохерҙан. Ул бик нескә, һаҡ тотоноуҙы талап итә.

XIX  быуат аҙағында – XX быуат башында Германияла етештерелгән фарфор һәм композиттан  яһалған ҡурсаҡтарға йөҙ йылдан ашыу. Шулай уҡ үткән быуаттың 50-се йылдарында Америкала етештерелгән уйынсыҡтар  ҙа бар.

Советтар Союзында йөҙҙән ашыу уйынсыҡ эшләү фабрикаһы һәм заводы булған. Уларҙы хатта хәрби заводтарҙа ла яһағандар. Райондағы бындай мауыҡтырғыс музей менән күптәр  ҙур теләк менән  танышырға килә.

Фото: https://algaburaevo.ru/news/social/2024-05-17/edinaya-kolybel-narodov-evraziyskiy-muzey-kochevyh-tsivilizatsiy-v-bashkirii-3770026

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас: