Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Май , 10:48

Аяҡ аҫтындағы биш үлән биш төрлө дауаға эйә

Яҙ йыя торған төп үҫемлектәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Уларҙың дауалау көсө айырыуса көслө. Асыҡланыуынса...

Аяҡ аҫтындағы биш үлән биш төрлө дауаға эйә
Аяҡ аҫтындағы биш үлән биш төрлө дауаға эйә

Белгестәр түбәндәге үҫемлектәр бигерәк тә файҙалы, тип белдерә.

  1. Үгәй әсә үләне – һалҡын тейеүҙән

Был үҫемлек оҙайлы һалҡын тейеүҙән файҙалы, тип билдәләй табиптар. Уны майҙа йыйырға, ғәҙәти сәй кеүек ҡайнатырға һәм тымау тейгәндә, киҫкен респиратор инфекциялар әүҙемләшкәндә эсергә кәрәк. Үгәй инә үләне эсемлеге аппетитты күтәрә һәм дөйөм тонус биреүсе сара, тип һанала.

Тик шуны онотмағыҙ: һәр үләнде, уның сифаттарын белгән осраҡта ғына берләштереп була. Шуға күрә ниндәйҙер бер аныҡ үҫемлекте айырым ҡулланыу яҡшыраҡ. Яҙғы һалҡын көндәрҙә һеҙҙең запаста яңы сыҡҡан үләндәр генә түгел, ә үткән миҙгелдә йыйылған үҫемлектәр ҙә булырға тейеш — кейәү үләне, тимьян, йылан тамыры, мәҫәлән. Улар ҙа һалҡын тейеүҙән бик яҡшы ярҙам итә.

  1. Сирень – быуындар өсөн

Сирень төнәтмәләре быуындар эшмәкәрлеге өсөн бик файҙалы. Белгестәр әйтеүенсә, бер стакан сиренгә 0,5 литр араҡы йәки шыйыҡландырылған спирт һалып, 20-40 көнгә ҡуйырға кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмә менән ауыртҡан быуындарҙы ыуырға кәрәк. Бынан тыш, сирень сәскәләре яраларҙы дауалай, шулай уҡ бәүел ҡыуыу һәм тир ҡыуыу үҙенсәлектәренә эйә.

  1. Иммунитет өсөн – бәпембә

Бәпембә –  С, B һәм Е витаминдары, шулай уҡ кальций, калий, тимер һәм фосфор cығанағы. Уның сәскәләренән йыш ҡына ҡайнатма әҙерләйҙәр. Бәпембә организмды нығыта, иммунитетты күтәрә, аскорбин кислотаһы менән тулыландыра һәм гемоглобин етештереүҙе арттыра.

  1. Кесерткән – йөрәк өсөн

Кесерткәндең йәш үҫентеләре йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшенә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ ул бауыр, бөйөр, нервы системаһы ауырыуҙарынан, анемиянан яҡшы ярҙам итә.

Бынан тыш, кесерткән витаминдарға бай. Был үҫемлекте май айында йыйырға кәрәк. Уны ҡырҡып, киптерергә ҡуялар. Һуңынан һабағынан япраҡтарҙы айыралар, тап улар файҙалы үҙенсәлектәргә эйә. Кесерткәндән тәмле һәм файҙалы аш та бешереп була.

  1. Юл япрағы – аллергиянан һәм йоҡоһоҙлоҡтан

Юл япрағы зарарһыҙландырыусы үҙенсәлектәргә эйә һәм ҡан ағыуын туҡтата, шулай уҡ аллергик реакцияларҙан һәм йоҡоһоҙлоҡтан да яҡшы ярҙам итә. Юл япрағын үҫемлек сәскә ата башлағанда йыйырға кәрәк. Япраҡтарҙы асыҡ һауала ҡараңғы урында киптерәләр.

Фото: shop.evalar.ru, nikpitomnik.ru, vsesoki.ru, ogorod.moe-online.ru, botanichka.ru

Башҡортостан

Аяҡ аҫтындағы биш үлән биш төрлө дауаға эйә
Аяҡ аҫтындағы биш үлән биш төрлө дауаға эйә
Автор:
Читайте нас: