Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Май , 10:00

Күпте күргән, күпте кисергән

тыл ветераны һәр көндөң ҡәҙерен белеп , шөкөр итеп ғүмер итә

Күпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей барғанда, тыл хеҙмәтсәндәре сафы ла һирәгәйә. Үгеҙ ауылында йәшәүсе хөрмәтле тыл ветераны Роза Хөрмәт ҡыҙы Барыева менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.
Ул 1927 йылдың 3 мартында Кушнаренко районында тыуа. Бик йәшләй уҡырға бара. “Класташтарымдың барыһы ла ҙур, мин – иң бәләкәйе. Мәктәп директоры: “Йөрөһөн, йөрөр-йөрөр ҙә, арыһа, туҡтар, иғтибар итмәгеҙ”, – тине уҡытыусыларға. Мин туҡтаманым. 8-се класты тамамлағанда һуғыш сыҡты. Ул мәл бөгөнгөләй хәтеремдә. Бөтә ир-егеттәр фронтҡа китте, атайым да һуғышҡа алынды. Әсәйем менән беҙ биш бала ҡалдыҡ. Бөтә ауылға бер бригадир таба алмаған ваҡыт етте. Эште алып барырлыҡ ҡулайлы кеше тапмағас, мине, 8-се класты тамамлаған 14 йәшлек ҡыҙҙы, бригадир итеп ҡуйҙылар. Ауыл ҙур ине, бер остан икенсе осҡа йөрөп, халыҡты эшкә саҡырам. Колхоз игендәрен иҙәнгә һалып киптерәбеҙ...
Һуғыш тамамланғас, кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем Карам Баһауетдин улы яҡшы кеше булды, ауыр һүҙ әйтмәне. Әрмелә өс йыл фельдшер булып хеҙмәт иткәндән һуң ҡайтырға йөрөгәндә генә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шулай итеп, ете йыл йөрөп ҡайтты. Фронтта ла фельдшер булған, яу яланынан яралыларҙы ташыған. Хоҙай әмерелер, бер тапҡыр ҙа яраланманым, тип һөйләй торғайны. Тыныс тормошта ла ошо һөнәренә тоғро ҡалды.
Татыу йәшәнек, дүрт бала үҫтерҙек. Бер улыбыҙ, өс ҡыҙыбыҙ бар. Барыһы ла матур итеп донъя көтә. Тормоштан ҡәнәғәтмен, күршеләрем дә, балаларым да ярҙам итеп тора. Пенсиям артығы менән етә. Газ үткән, ашатып торалар, ҡарайҙар, беҙгә тағы нимә кәрәк?! Бер ерем дә ауыртмай, аяҡтарым ғына йөрөмәй. Йәш быуынға теләгем шул: матур тормоштоң ҡәҙерен белһендәр, уҡыһындар, эшләһендәр, аҡыллы, иманлы булһындар ,” – ти ул.
Роза Хөрмәт ҡыҙы ауылдаштарының барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙып йәшәй. Йомоштары төшһә лә, йылы һүҙ кәрәкһә лә уға баралар. Йөҙ йәшкә етеп барған инәй һаман да тыуған яғы Кушнаренконы һағына.


Әлмира Саматова.

Бөрө районы.

Күпте күргән, күпте кисергән
Күпте күргән, күпте кисергән
Автор:
Читайте нас: