Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май , 14:08

Президенттың яңы "май указы"

Белеүегеҙсә, кисә Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙып, яңы президентлыҡ мөҙҙәте башланды. Ул 2030 йылға тиклем дауам итә. Ошо уҡ көндө ил башлығы “Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклемге осорға һәм алдағы 2036 йылға тиклем милли үҫеш маҡсаттары тураһында” указға ҡул ҡуйҙы.

Президенттың яңы "май указы"
Президенттың яңы "май указы"

“Май указы” 11 төрлө пункттан ғибәрәт. Президент түбәндәге йүнәлештәр буйынса йөҙгә яҡын йөкләмәне билдәләгән: “Халыҡты һаҡлау, һаулыҡты нығытыу һәм кешеләрҙең именлеген күтәреү”, “Һәр кешенең потенциалын ғәмәлгә ашырыу, уның һәләтен үҫтереү, илһөйәр һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләү”, ”Йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит”, ”Экологик именлек”, ”Тотороҡло һәм динамикалы иҡтисад”, ”Технологик лидерлыҡ”, ”Дәүләт һәм муниципаль идараны, иҡтисадты һәм социаль тармаҡты һанлы үҙгәртеү”.

Владимир Путиндың был указында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һәм ғүмер оҙонлоғон күтәреүгә йүнәлтелгән бүлек айырыуса әһәмиәткә эйә. Документҡа ярашлы, 2030 йылға Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. 2026 йылға тағы ла юғарыраҡ күрһәткес алынған – 81 йәш. Бының өсөн пенсионерҙарҙы һәм инвалидтарҙы кәрәгенсә ҡарап-тәрбиәләп тороу талап ителә. 2030 йылға илебеҙҙең һәр кешеһенең һаулығын һаҡлау буйынса махсус һанлы платформа эшләйәсәк.

Президент торлаҡ мәсьәләһе буйынса ла бурыс ҡуйған – 2030 йылға бөтә гражданды 33 квадрат метр майҙанлы  (бер кеше иҫәбенән) торлаҡ менән тәьмин итергә, 2036 йылға бер кешегә тура килгән торлаҡ ҙурлығы тағы ла күтәрелергә тейеш – 38 квадрат метр.

Владимир Путин 2030 йылға ярлылар һанын ете процент самаһы ғына ҡалдырырға ниәтләй. 2036 йылға күрһәткес биш процент ҡына булырға тейеш.

Указға ярашлы, Рәсәйҙең 2030 йылға тиклем һәм шулай уҡ 2036 йылғаса милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү планын властар 31 декабргә тиклем әҙерләргә бурыслы.

Документтың тулы тексы - Указ о национальных целях развития Российской Федерации на период до 2030 года и на перспективу до 2036 года   Президент России (kremlin.ru)

Фото: Кремлин.ру

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: