Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май , 15:11

Иртәгә илебеҙҙә мөһим ваҡиға була

7 майҙа Владимир Путин өсөн - бишенсе һәм Рәсәй тарихында һигеҙенсе Президент инаугурацияһы үтәсәк.

Иртәгә илебеҙҙә мөһим ваҡиға була
Иртәгә илебеҙҙә мөһим ваҡиға була

Владимир Путин бишенсе тапҡыр Президент вазифаһын рәсми рәүештә 7 майҙа 12:00 сәғәттә Ҙур Кремль һарайының Андреев залында ҡабул итә. Был сәғәт ваҡыты һәм календарь көнө 2000 йылда инаугурация тантанаһында беркетелә һәм шул ваҡыттан бирле үҙгәрмәй.

Шуға ҡарамаҫтан, Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, быйыл тантаналы өлөшкә “бәләкәй үҙгәрештәр” индереләсәк. Кремль үҙгәрештәрҙең нескәлектәрен әлегә иғлан итмәй. Әммә тантананың формаль өлөшө өс тиҫтә йыл эсендә билдәле.

Президент рәсми рәүештә вазифаһын ант биргәндән һуң башҡара башлай. Конституция Суды Рәйесе дәүләт башлығына власть символдарын: штандарт һәм президент билдәһен тапшырасаҡ. Тантана Владимир Путиндың телмәре, артиллерия салюты һәм Президент полкы парады менән тамамлана.

2 майҙа күрһәтелгән репетиция кадрҙарына ҡарағанда, тантананың һуңғы этабы булып Собор майҙанында атлы һәм йәйәүле хәрбиҙәрҙең традицион йөрөшө тора.

Шулай уҡ был юлы “Рәсәй почтаһы”ның инаугурацияға арналған марка сығарасағы билдәле. Уның тиражы 156 мең дана тәшкил итәсәк.

 Фото: kremlin.ru сайтынан алынды. Сергей Гунеев фотоһы, РИА “Новости”

Автор:Рәмилә Мусина
Иртәгә илебеҙҙә мөһим ваҡиға була
Иртәгә илебеҙҙә мөһим ваҡиға була
Автор:
Читайте нас: