Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Апрель , 12:23

27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Республикала тәбиғәт янғындары, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа янғындар барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеү өсөн, уҙған йылдарҙы һәм алдағы май байрамдарын иҫәпкә алып, МЧС-тың БР буйынса етәксеһе Марат Латипов 27 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем төбәк биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.

27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Уның һүҙҙәренсә, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла. Быға шул усаҡ яғыу, ҡоро үлән, баҫыу урындарын үртәү, граждандарҙың урмандарға барыуын сикләү, урман һәм башҡа ландшафт (тәбиғи) янғындарына юл ҡуймауға йүнәлтелгән өҫтәмә саралар күреү ҡарала.

"Бер үк ваҡытта махсус янғынға ҡаршы режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Марат Латипов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

«27 апрелдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ. Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ бар, әҙерләнәйек», — тине ул.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған:

- граждандарға - 10 меңдән 20 мең һумға тиклем;
- вазифалы кешеләргә - 30 меңдән 60 мең һумға тиклем;
- юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә - 60 меңдән 80 мең һумға тиклем;
- юридик шәхестәргә - 400 меңдән 800 мең һумға тиклем.

Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:
Читайте нас: