Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель , 11:00

Яугирҙар өй йылыһын тойһон

Тулыраҡ: 

Яугирҙар өй йылыһын тойһон
Яугирҙар өй йылыһын тойһон

Яҙғы каникулдың тәүге көнөн Иҫке Васькин ауылы балалары ижади-патриотик сараға арнаны. Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ебәрергә сағыу һүрәттәр төшөрҙө, йылы эстәлекле хаттар яҙҙы.

Иҫке Васькин ауылының битараф булмаған гүзәл заттары М. Яшкина, С. Александрова, Н. Шамурзанова етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо. Уларға башҡалар ҙа ҡушылды. Ауыл халҡының әүҙем булыуы ҡыуандыра, бер нисә көн эсендә бөтә кәрәкле әйберҙәр тупланды. Гуманитар ярҙамды әҙерләүҙә Сергей Аспаевтың да ҙур тырышлығын билдәләп үтке килә (һүрәттә). Әүҙем, изге күңелле яҡташыбыҙ хәрбиҙәр менән туранан-тура бәйләнешкә инеп, тәү сиратта нимәләр ебәрергә кәрәклеген белде. Ул үҙе инициатива күрһәтеп, бензобысҡы һатып алды. Иң мөһиме, тартмаларҙы балалар һүрәттәре һәм хаттары менән тулыландырҙылар, улар яугирҙарыбыҙға ауыр ваҡытта өй йылыһын бирәсәк.
— Беҙ ир-егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ғына ебәреп ҡалмайбыҙ, уның менән бергә хәстәребеҙҙе, ихтирам итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Улар белергә тейеш: беҙ уларға ярҙам итәбеҙ, ҡыйыулыҡтары менән ғорурланабыҙ, өйгә ҡайтҡандарын көтәбеҙ, — тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Марина Яшкина.
— Хәҙер беҙҙе бер маҡсат берләштерә – Ватаныбыҙ сиктәрен яҡлаған ир-егеттәргә ярҙам итеү, — ти Сергей Аспаев.
Һәр гуманитар ярҙам тартмаһына таныш йырҙарҙан куплеттар йәбештерелгән. Улар егеттәребеҙҙең күңелен күтәрһен, рухын нығытһын!


Алена Киленбаева.

Яугирҙар өй йылыһын тойһон
Яугирҙар өй йылыһын тойһон
Автор:
Читайте нас: