Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Апрель , 11:06

Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...

Туғандарҙың, ауылдаштарҙың һәм етәкселәрҙең ярҙамсыллығы, алғы һыҙыҡтан килгән ҡыҫҡа, әммә яҡты өмөт менән һуғарылған хәбәрҙәр бөтә тормош ҡаршылыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итһен.    

Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...
Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...

Ҡашҡа ауыл Советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам туплауын дауам итә. Ауыл халҡы оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары килтерә. Оҙаҡламай гуманитар ылау алғы һыҙыҡҡа йүнәләсәк. Ауылдаштар яугирҙәрҙең еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуына ышана, Ватанды яҡлаусыларға ҙур өмөттәр бағлай.

Сәфәрҙәребеҙҙең береһендә республикабыҙҙың төньяҡ һәм төньяҡ- көнсығыш сиге буйлап, Ҡариҙел йылғаһы эргәләй урынлашҡан, Пермь крайы һәм Свердлов өлкәһе менән күршеләш Асҡын районының Ҡашҡа ауыл Советында булырға тура килде. Маҡсатыбыҙ билдәле инде – бөгөнгө ябай булмаған иҡтисади, сәйәси шарттарҙа халыҡтың көнкүреше менән танышыу, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашыу, хеҙмәт кешеләренең тын алышын тойоу, яңы геройҙар эҙләп табыу... Кеше ҡулы теймәгән матур тәбиғәте, ҡалын урмандары һәм аҡҡош йөҙгән күлдәре менән һоҡланыу тыуҙырған төбәк хеҙмәт батырҙары менән генә дан ҡаҙанмай. Төньяҡ башҡорттарының этнографик төркөмөнә ҡараған Балыҡсы ырыуын тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән ҡурҡыуһыҙ көрәшселәр иле” тип атауы юҡҡа түгел бит.

Тарих төпкөлөнә бер аҙ ғына ҡараш ташлағанда ла, шуны асыҡ күреп була: XVIII быуат аҙағында халыҡ иҫәбен алыуҙа балыҡсыларҙың ныҡ кәмеүе, демографик үҫеше артта ҡалыуы һис тә ғәжәпләнеү тыуҙырмай, тип анализлай ғалимдәр, сөнки V ревизияға (1795 йыл) тиклем дауам иткән башҡорт ихтилалдарында ырыуҙаштарҙың әүҙем ҡатнашыуы, күтәрелештәрҙе баҫтырғанда ғәйәт ҙур юғалтыуҙар кисереүе, ҡырылыуы, ауылдарҙың яндырылыуыяҡшы билдәле. Солтанбәк ауылы эргәһендә ошо ҡанлы ваҡиғалар иҫтәлегенә монумент та ҡуйылған. Әммә халҡыбыҙ тамырҙарын юғалтмай, ерҙән көс алып, йәнә нығына, төбәктәрен гөл-баҡсаға әүерелдереү, балаларын йәмғиәткә файҙалы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн тырыша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тиҫтәләгән яугир Башҡорт кавалерияһы дивизияһында дошманға ҡаршы көрәшә, асҡындарҙың биш яҡташы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була...

Тыуған төйәген ихлас һөйгән, батыр йөрәкле, ҡурҡыу белмәҫ, асыҡ күңелле, ябай халыҡ йәшәй был тарафтарҙа. Тик бөгөн дә алдыбыҙҙа торған ауырлыҡтар, алыштар, көтөлмәгән ҡаршылыҡтаретерлек. Бындай ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, ата-бабаларыбыҙҙың лайыҡлы үткәнен хәтеребеҙҙән сығармауҙың айырыуса мөһимлеген генә иҫкә төшөрмәксебеҙ.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Асҡын ир-егеттәре тап шул хәҡиҡәтте, иңдәренә төшкән яуаплылыҡты аңлап, Ватанды яҡлау өсөн көрәшкә күтәрелгәндер ҙә. Ҡашҡа ауылы Советы биләмәһенә ҡараған Яңы Сөйөш ауылында улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан Минғазовтар ғаиләһе тап шуға асыҡ миҫал.

–Беҙ хәҙер икебеҙ ҙә хаҡлы ялда. Ирем Фәрдүс – икенсе төркөм инвалиды,оҙаҡ йылдар ағас ауҙарыуҙаэшләне. Тәүге өс баламдың аталары башҡа булһа ла, ғаиләлә һинекенә-минекенә бүлеү булманы, бишеһе лә татыу, ярҙамсыл, тыныс мөхиттә үҫте, – ти Фәнзилә ханым.–Илһөйәр ҡыҙым Ҡариҙел районында йәшәй, үҙе ике бала әсәһе. Унан ҡала Фәнзил улым махсус хәрби операцияла, өс балаһы үҫә. Данил улым Себерҙә эшләй, бер ул үҫтерә. Артур Асҡын колледжында тракторсы-иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. 11 йәшлек Самирабыҙ бына һеҙҙең алдығыҙҙа баҫып тора,– тип таныштырҙы иң ҡәҙерле кешеләре менән әсә.

Фәнзил алғы һыҙыҡҡа махсус хәрби операция иғлан ителеү менән китергә ашҡынған. ”Йәй көнө үк “мин барыбер китәм, ҡаршы төшөп тормағыҙ, бына ҡайһы бер мәшәҡәттәрҙе теүәлләйем дә...”,тигән кеүегерәк уйын еткерҙе. Бәлки, әйткәненән һыуыныр, тип уйлағайным да – булманы. Айырылышыу мәлендә улыбыҙ өс тапҡыр ялға ҡайтып барыбыҙҙы ҡыуандырҙы, форсаты булған һайын шылтыратып хәлде белешә, һалдат тормошо хаҡында әллә ни асылып бармай, уныңса “барыһы ла яҡшы”. Улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан әсәләрҙең күңелен яҡшы аңлайым, көнө-төнө балаңдың иҫәнлеген теләйһең, уның ниндәйҙер мөғжизә менән тиҙерәк дошманды еңеп, имен-аман ҡайтыуын көтәһең. Һыйыр һауғанда ла телефон эргәлә генә, шылтыратып ҡуйһа, йә ишетмәй ҡалырмын, тип борсолам. 10-15 көн буйы шылтыратмаһа, нимә уйларға ла, үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйһең, ҡайғырыуыңды өйҙәгеләргә һиҙҙермәйһең, сабырлығыңды бер усҡа төйнәйһең инде, –ти яугирҙең әсәһе Фәнзилә.

–Фәнзил дә бит минең кеүек урманда ағас ауҙарҙы, көслө егет, –тип һүҙгә ҡушылды йорт хужаһы. – Утын-бесән әҙерләште, аҙбар иҙәнен йәйҙе, тиктормаҫ, эшкә тотонһа, ярты юлда ташламаҫ егет инде ул.Уның “Баламут” позывнойын алыуы ла тиккә түгел, исеме есеменә тап килеп тора. “Федя” позывнойлы дуҫы менән һөйләшеп, алғы һыҙыҡҡа бергә киттеләр, әле лә бергәләр.

 Ҡыйыу ағаһы, тәүәккәл ауылдаштары тураһында ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе ата-әсәнең айырыуса йылылыҡ менән иҫкә төшөргәнен шым ғына тыңлаған Самираның тулҡынланыуҙан иларға тулышҡанын һиҙеп, унан был өсмөйөшлө хатты кемгә яҙыуын һорашабыҙ. “Ағайыма хат яҙып торам, мин уны бик һағынам!” – ти етди ҡарашлы ҡыҙ бала.

Фәнзилдең ишле ғаиләһе Ҡашҡа ауылында донъя көтә. Бында уны хәләл ефете Гөлназ, икенсе класта уҡыусы Самир, алты йәшлек Алмас улдары, атаһы алғы һыҙыҡҡа киткәс донъяға килгән биш айлыҡ Алиса ҡыҙы көтә.

–Беҙ Фәнзил менән мәктәптә уҡығанда уҡ таныш инек. Егерме йәштәр тирәһендә өйләнештек. Миңә уның тынғыһыҙлығы, ҡатмарлы хәлдә лә ҡаушап ҡалмай мәсьәләне хәл итә алыу сифаты оҡшай ине. Ул илгә бәлә килгәндә өйҙә тыныс ҡына боҫоп ята торған кеше түгел. 2022 йылдың октябрь айында кинәт үҙенең махсус хәрби операцияла мотлаҡ ҡатнашасағын белдерҙе. Ул шундай ҡарарға килгән икән, тимәк, өгөтләүҙең файҙаһы юҡ инде.

 Тәүге тапҡыр ялға ҡайтҡанында ла тик торманы, материалдар килтереп, йорт тирә-яғын кәртәләп алды. Икенсе тапҡыр ҡайтҡанында ла эшһеҙ ятманы. Май айында ҡыҙым менән мине бала табыу йортонан ҡаршы алып, барыбыҙҙы ғәжәпкә ҡалдырып, ғаиләбеҙҙе көтөлмәгән шатлыҡ менән солғаны. Ауылдаштарыбыҙҙың айырыуса ауыр саҡта берҙәмлеге мине һоҡландыра. Бер ғаилә кеүек булып китәбеҙ. Ҡашҡа ауыл Советының эштәр идарасыһы Гөлшат Вил ҡыҙы Нурдәүләтова нишләргә белмәй аптырашта ҡалған саҡта ярҙам ҡулын һуҙып тормаһа, ни эшләр инем икән, тим. Утын килтерергә ярҙам итте, хатта ике һыйырымды һауышҡан саҡтары ла булды. Йортобоҙға сертификат буйынса газ үткәрелеүе эште күпкә еңеләйтте, әлбиттә.

 Ишле ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған йылы йортта йәшәй. Туғандарҙың, ауылдаштарҙың һәм етәкселәрҙең ярҙамсыллығы, алғы һыҙыҡтан килгән ҡыҫҡа, әммә яҡты өмөт менән һуғарылған хәбәрҙәр бөтә тормош ҡаршылыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итһен.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

 

 

Асҡын районы.

Фото:https://yandex.ru/search/?text=кашкинский+сельсовет+аскинский+район+официальный+сайт&lr=172&clid=2270455&win=619&src=suggest_B

Башҡортостан

Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...
Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...
Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...
Ҡашҡалар бер ғаиләләй берҙәм...
Автор:
Читайте нас: