Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Апрель , 11:10

Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар

Асҡын район Мәҙәниәт йортонда үткән Йәштәр йылын асыу тантанаһы сиктәрендә район гәзиттәренә яҙылыу ҙа ойошторолдо.

Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар
Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар

Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре был кисте 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына 20-гә яҡын квитанция тултырҙы. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм, ғөмүмән, район гәзитенә тоғро ҡалыусылар ташламалы хаҡҡа почта аша, йәки редакциянан килеп алыу юлы менән яҙылып, иҫтәлекле бүләктәр отто.

Үҙенә ике район гәзите яҙҙырғандар (“Ышаныч” менән “Йәнтөйәк” йәки “Аскинская новь” менән “Йәнтөйәк”) Асҡын районы тарихына арналған баҫмаға эйә булды, бер гәзиткә яҙылғандар араһында матур бүләктәр уйнатылды.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Ҡәҙимов, Асҡын 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Елена Ханжина, Асҡындан Нурия Шәрәфетдинова   “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә, яҡындарына гәзит бүләк итеп, башҡаларға матур өлгө күрһәтте.

Илһөйәр Махатова.

Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар
Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар
Район баҫмаларына яҙылып, бүләктәр оттолар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: