Башҡортостанда аҙна аҙағына һауа торошо билдәле булды. Республика гидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, йылы көндәрҙән һуң төбәктә тағы ла яуым-төшөм көтөлә.
5 апрелдә төньяҡ-көнбайышта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ +9, +14 градус буласаҡ.
Ял көндәренә һауа торошоноң боҙолоуы ихтимал. 6 апрелдә көндөҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһының төндә -1, +4, көндөҙ +4, +9, көньяҡта +14 градусҡаса йылы булыуы көтөлә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.