Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Апрель , 12:53

Әлдә ағасҡа менеп, иҫән ҡалғандар!

Бөгөн иртән Кушнаренко районы Матвеев ауылынан ирле-ҡатынлы пенсионерҙар оло бәләгә тарый яҙған.     

Әлдә ағасҡа менеп, иҫән ҡалғандар!
Әлдә ағасҡа менеп, иҫән ҡалғандар!

Улар ейәндәрен, 14 йәшлек үҫмерҙе, үҙҙәре менән бергә алып, юлға сыҡҡан. Тик әллә ни алыҫ та китеп өлгөрмәгәндәр, ташҡынға эләккәндәр: шашҡан Сәрмәсән "Ауди" машинаһын уйынсыҡ кеүек кенә күреп, йөҙҙөрөп алып киткән. 

Өсөһө лә көс-хәлгә машина эсенән сығып, ағасҡа үрмәләп менгән. Ҡотҡарыусыларҙы шунда көтөп алғандар. Ә машина батҡан, ҡыйығы ғына күренеп тора... 

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Автор:
Читайте нас: