Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Март , 09:00

Киләсәк быуын данлай ерҙе

Бөрөлә “Ерҙе кешеләр данлай” төбәк-ара кинофестивале уҙҙы

Киләсәк быуын данлай ерҙе
Киләсәк быуын данлай ерҙе

Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Бөрө ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә “Ерҙе кешеләр данлай” төбәк-ара кинофестиваленең йомғаҡлау этабы үтте. Был мәртәбәле сараның проект авторы – мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Ҡорбанова.
Конкурс дүртенсе йыл рәттән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһы һәм Бөрө районы мәғариф идаралығы етәкселегендә 8-се урта мәктәп тарафынан ойошторола. Конкурс йылдан-йыл үҙенсәлекле һәм яңы һулыш менән үтә. Былтыр республиканың 12 район һәм ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Бүрәт Республикаһынан уҡыусылар ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булһа, быйыл ҡунаҡтарға башҡорт, татар, рус, мари бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Тантаналы сараға республиканың төрлө мөйөштәренән финалға үткән призер һәм еңеүсе уҡыусылар һәм уларҙың етәкселәре килде.
Сараны 8-се мәктәп директоры Альбина Әхмәҙиева асты. Балаларҙың үҙ көсө менән төшөрөлгән йөкмәткеле фильмдарҙы ҡарау жюри ағзаларының баһаламаһы менән үрелеп барҙы. Иң яҡшы һаналған эштәрҙе һәм еңеүселәрҙе Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһының өлкән методистары Роза Аҡъюлова һәм Гөлназ Ҡыуатова, Бөрө районы һәм ҡалаһы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Линара Хисмәтуллина һәм ӨФһТУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусылары тәбрикләне. Жюри ағзалары балаларҙың кино төшөрөү буйынса һәләтен асҡан конкурстың йылдан-йыл яңы төҫ ала барыуын билдәләне.
Еңеүсе һәм призерҙар араһында башҡа ҡала һәм район мәктәптәренән тыш Бөрө районы мәктәптәре булыуы айырым ҡыуаныс өҫтәне. Бөрө районы Иҫке Бурны ауылы мәктәбе уҡыусыһы Анастасия Суслова Айһылыу Күшегәнова етәкселегендә “Башҡортостан ҡыҙы – Һәҙиә” фильмында Һәҙиә Дәүләтшинаның үлемһеҙ образын яҡтыртыуға өлгәште.
Конкурсанттар эштәре араһында Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән видеосюжеттар ҙа жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. 3-сө класс уҡыусыһы Рәмил Йомаев (уҡытыусыһы Венера Тимерйәнова) экскурсовод һәм үҙ эше оҫтаһы Илья Севостьянов менән репортаж алып барҙы. Унда Бөрө ҡалаһы тарихы һәм мәҙәниәтенең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында һүҙ алып барылды. Илья Павлович ҡулланылмаған боронғо әйберҙәргә яңы һулыш биреп булыуы һәм заманса йыһазға әйләндерә алыуы тураһында һөйләне.
Илья Кузнецов, Никита Самойлов, Элина Юзыбекова “Һәр кемдең үҙ бейеклеге” тип аталған сюжетта Бөрө ҡалаһының имиджын билдәләүҙә үҙҙәре уҡыған мәктәптән сыҡҡан спортсыларҙың тормошона күҙ һалды. Уҡытыусылары Миләүшә Бикбова менән берлектә ябай мәктәптә уҡып һәм шул уҡ ваҡытта ҡаланың спорт мәктәбендә шөғөлләнеп, юғары уңыштарға өлгәшкән егеттәрҙең рухи һәм физик сыҙамлығын күрһәтеүгә өлгәште. Еңел атлетика буйынса Бөрө “сиңерткәһе” Данил Лысенко күрһәткән рекордтар үҙе генә ни тора! Видеосюжетта күренекле тренер Алексей Валентинович Шалопин менән интервью ла матур ойошторолған. Бына нимә ти тренер: “Эш – минең тормошом. Ысын спортсы тәрбиәләү һәм ниндәйҙер еңеүгә өлгәшеү өсөн ата-әсә, бала һәм тренер араһында яҡшы мөнәсәбәт булырға тейеш. Даими шөғөлләнеү һәм ныҡышмалылыҡ ҡына еңеүгә килтерә...”.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә).
(Аҙағы. Башы 5-се биттә).
Шулай итеп, ҡаланың 8-се мәктәбенән Марат Рәҡипов юниорҙар араһында Европа кубогын яулаусы, Никита Соколов – һигеҙ тапҡыр ил беренселеге еңеүсеһе, Матвей Тычинкин – спорт мастеры, Антон Мазнев – Рәсәй беренселеге призеры һәм еңеүсеһе. Ғөмүмән, бер мәктәптән бер донъя чемпионы, ике донъя беренселеге ярышында ҡатнашыусы, бер күренекле спорт мастеры, ике халыҡ-ара класлы спорт мастеры, өс спорт мастеры, һигеҙ спорт кандидаты һәм 40-тан ашыу беренсе разрядлы спортсы тәрбиәләнгән һәм Рәсәй копилкаһына байтаҡ миҙал һалынған.
“Ерҙе кешеләр данлай” проекты үҙенең эшен дүртенсе йыл инде намыҫлы үтәй. Ул йылдан-йыл киңерәк масштаб ала барыуы, географияһы артыуы менән генә түгел, ә темаларҙың төрлөлөгө, йөкмәткенең тәрәнлеге менән дә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Проекттың асылы – уҡыусыларҙа фәнни ҡараш тәрбиәләү менән бер рәттән уларҙың ижади һәләттәрен дә үҫтереү. Кинофестиваль Рәсәй халыҡтары телдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү, туған телдәрҙе ҡулланыуҙы йәйелдереү, уны өйрәнеүҙә сифатты яҡшыртыу, төрлө милләттәрҙең мәҙәни традицияларын һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур этәргес булып тора һәм торасаҡ!


Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.

Киләсәк быуын данлай ерҙе
Киләсәк быуын данлай ерҙе
Автор:
Читайте нас: