Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
14 Март 2024, 07:02

Яугирҙарға ярҙам

Әле яңыраҡ ҡына районда “ҡоро душ” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Ҡоро душ оҙаҡ ваҡыт хәрби заданиела булған, һыу һәм йыуғыс менән йыуынырға мөмкинлеге булмаған һалдаттарға ярҙам сараһы сифатында ҡулланыла. Камай ауылы халҡы ла махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ошондай комплекттар әҙерләне.

Камай ауыл биләмәһе бинаһында урынлашҡан китапханала әүҙем, изге күңелле ауылдаштар йыйылды һәм ирекмәндәрҙең урындағы кураторы Елена Шамиданованың ҡоро душ эшләү идеяһын күтәреп алды. Материалдар һатып алыу өсөн аҡса йыйыу эшенә лә байтаҡ кеше ҡушылды. Йыйылған аҡсаға бер тапҡыр ҡулланыла торған таҫтамалдар, губка өсөн туҡыма, мамыҡ таяҡсыҡтар һәм төрөү өсөн пакеттар һатып алынды. Эш конвейер һымаҡ барҙы: таҫтамалдарҙы бөкләргә, губка өсөн туҡыманы киҫәктәргә бүлергә, уларға йыуыныу гелы тамыҙырға, уларҙы һәм дөрөҫ ҡулланыу өсөн белешмәне полиэтилен пакеттарға һалырға. Һалдаттарға геллы туҡыманы һыулап, ҡыҫып күбекләндерергә һәм тәнде ышҡып, таҫтамал менән һөртөргә кәрәк буласаҡ. Ялан шарттарында был таҙарыныуҙың иң ябай һәм тиҙ ысулы.
Ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән меңдән артыҡ ҡоро армия душы әҙерләнде. Камай ауыл биләмәһенән тағы ла 165 окоп шәме, дүрт маскировка селтәре, яралылар өсөн ике носилка, шулай уҡ яугирҙарға балалар яҙған хаттар һәм һүрәттәр ебәреләсәк.


Виктория Ишмырҙина.

Автор:
Читайте нас