Татьяна Николаевна был шөғөл менән уйламағанда шөғөлләнә башлай. Сираттағы сараға әҙерләнгәндә ҡыҙына оҡшаған һәм күлдәккә тура килгән банттар тапмай ыҙалана. Күп уйлап тормай, үҙе эшләп ҡарарға була.
YouTube-та оҫталыҡ дәресе таба һәм ижад итә башлай. Килеп сыға! Шулай итеп, Татьяна Тажетдинованың «Твои аксессуары» бренды үҫешә башлай. Хәҙер, биш йылдан ашыу ваҡыт үткәс, уның ассортиментында заманса кокошниктар, ҡулдан сигелгән таҫмалар, банттар , сәс ҡаптырғыстар, брошкалар бар. Улар йәш ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн образдарҙы тулыландырырға ярҙам итә.
Татьяна Николаевна — һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Тормош иптәше менән улар ике ул үҫтергәндәр, әле кескәй ҡыҙҙарын тәрбиәләйҙәр.
Былтыр Татьянаның хыялы тормошҡа аша. Ул үҙенең студияһын аса. Унда сәс өсөн аксессуарҙар һатып алыу ғына түгел, ә һәр кем теләгән үҙенсәлекле биҙәүесте үҙе эшләү мөмкинлеге тыуҙырылған.
«Ижадҡа минең биҙәүестәрҙе һатып алған ҡатын-ҡыҙҙар, уларҙың кисергән шатлығы илһамландыра. Аксессуарҙар бөтә ерҙә булыуға ҡарамаҫтан, минең ижадымды бөтә Рәсәйҙән,
Башҡортостандан һәм сит илдәрҙән һатып алыуҙары көс, шатлыҡ, ғорурлыҡ бирә», – тип уртаҡлашты Татьяна Тажетдинова.
Камила Мәхәмәтова.