Президент Владимир Путин илебеҙ биләмәһендә күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм статусы һәм улар өсөн ғәмәлдә булған гарантиялар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был- Рәсәйҙә Ғаилә йылын үткәреү сиктәрендә яһалған тәүге мөһим аҙымдарҙың береһе.
Хәҙер илдә өс һәм унан күберәк балаһы булған, ә өлкәненә 18 йәки 23 йәш тулмаған ғаиләләр күп балалы тип иҫәпләнә. Указда шулай уҡ бөтә ил буйынса күп балалылар аласаҡ төп гарантиялар яҙылған.
Тулыраҡ - түбәндәге карточкаларҙа.