Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Ғинуар 2024, 06:43

Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын

Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто баланғысындағы   “МХО-ла  ҡатнашыусылар  өсөн  окоп шәмдәре”  хәйриә  акцияһына  Балтас  районының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге беренселәрҙән булып ҡушылды.

Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһынШәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын
Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын

Ябай ғына  окоп шәмдәре уртаса  4-8 сәғәт  яна. Яныу ваҡыты уның ҙурлығына  ҡарап.  Шулай  уҡ төрлө  ваҡытта  уны һүндерергә һәм яндырып ебәрергә  була.  Бындай шәм  елдән һүнмәй, сөнки  уның фитиле түгел, ә эслеге яна.

Шәмдәр ярҙамында  яугирҙарыбыҙ  ашарға  әҙерләй,  әйберҙәрҙе, аяҡ-кейемдәрен киптерергә, йылынырға һәм шулай уҡ окоптарын яҡтырта ала.

Биреләге хәйриә акцияһын  Балтас  районының Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге беренселәрҙән булып күтәреп алды. Ошо көндәрҙә үҙәктең баш белгесе  Айгөл Нафикова үҙ өйөндә  окоп шәмдәре яһау эшен ойошторҙо. Изге эшкә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды, Балалар сәнғәт  мәктәбе һәм район Мәҙәниәт һарайы  хеҙмәткәрҙәре  лә  әүҙем ҡушылды.

  • Бар күңел йылыһын һалып, ихлас башҡарҙыҡ был  мөһим эште. Уртаҡ маҡсат менән эшләнгән шәмдәр менән  бәләкәй генә булһа ла  Еңеүгә  өлөшөбөҙ керһен, егеттәребеҙҙең күңелдәренә  йылылыҡ биреп, көс-ҡеүәт өҫтәһен. Үҙебеҙҙең  ҡулдан  килгәнсә ярҙам  итергә тырышабыҙ. Барлыҡ  ауырлыҡтарҙы ла еңеп, иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп  ҡайтһындар,  —  ти Айгөл Нафикова.

Битараф булмаған  халыҡтың игелекле уты,  йән йылыһы символы булараҡ, һәр яугирҙы йылытыр, көс өҫтәр,  тип ышанабыҙ.

 Фирғәт  Нәбиуллин.

Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын
Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын
Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын
Шәм йылыһы һәр яугирҙы йылытһын
Автор:
Читайте нас