Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, фольклорҙы, телде, яҙма әҙәби мираҫты һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы. Уға ғаиләлә нигеҙ һалына һәм мәктәп менән йәмғиәттә был йәһәттән байтаҡ эштәр башҡарыла. Ә бына тарихи архитектура ҡомартҡыларын, мәҙәни объекттарҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға еткереү һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Уны тырыштар, ҡыйыуҙар һәм үҙ принциптарына тоғро ҡалғандар ғына булдыра ала. Бына шундай үҙ эшенә мөкиббән бирелгәндәрҙең береһе Эльвира Таһир ҡыҙы Фәхрисламова. Ул Бөрө ҡалаһының Ленин урамында урынлашҡан ҡыҙыл кирбесле йортто элекке хәленә ҡайтарыуҙа ҙур көс һалған.
“Сауҙагәр Чирков лавкаһы” интерактив музейы урынлашҡан йорт ҡасандыр Владимир өлкәһенән Бөрөгә күсеп килгән сауҙагәр Наум Чирковтың ваҡ-төйәк һатыу лавкаһы булған, ә совет осоронда – май заводы. Бөгөн ул оҫта ҡуллы, белемле ханым ярҙамында сауҙагәрҙәр династияһының тормошон яҡтырта. Улай ғына түгел, үткән быуат һәм совет осоро көнкүрешен сағылдырған өй йыһаздары, һауыт-һаба, кейем-һалым һәм уйынсыҡтар дүрт бүлмәнән торған ыҡсым музейҙа үҙ урынын тапҡан.
Президент фондының мәҙәни башланғыстар буйынса гранттар конкурсында проекты хуплау тапҡандан һуң Эльвира Таһир ҡыҙы музей асыу ниәтен тормошҡа ашыра башлай. Һатыуға ҡуйылған бина һатып алына, ремонт эшләнелә һәм “Сауҙагәр Чирков лавкаһы” интерактив музейы Бөрө ҡалаһының иҫтәлекле урыны булараҡ танылыу яулай. Бында бер йыл эсендә республикабыҙҙың төрлө райондарынан меңдән ашыу турист ҡабул ителгән.
Музейҙың беренсе бүлмәһе сауҙагәр ғаиләһенең тормошон сағылдыра. Төрлө һауыт-һаба, боронғо комодтар, серванттар, массив аяҡлы өҫтәл һәм ултырғыстар беҙҙе XIX быуат аҙағына һәм XX быуат башына алып ҡайта. Айырыуса Чирков династияһының фотоһүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итә. Эльвира Таһир ҡыҙы уларҙың һәр береһе тураһында ихласлап һөйләп өлгөрҙө.
Сауҙагәр Наум Чирковтың өлкән улы Федор атаһының ярҙамсыһы булһа, икенсе улдары Алексей инглиз телендә иркен аралашҡан. Сит телдә сыҡҡан гәзит-журналдар Бөрөлә булмағас, махсус рәүештә Өфөнән барып алыр булғандар. Башҡортостанды төбәк иткән алдынғы ҡарашлы Наум өсөнсө улы Иванды башҡорт телендә уҡырға, яҙырға, һөйләшергә өйрәтеүҙе беренсе планға ҡуя һәм уҡытыусы яллай. Телде белеүе уға артабан сауҙа эшен алып барыуға ярҙам итә, хатта ҡала башлығы вазифаһын башҡарғанда һәр килгән татар-башҡорт менән йәнле әңгәмә алып барыр булған. Сит мөхиттән килеп, төбәк халҡының телен, йолаларын ихтирам итеүе Чирков династияһының юғары интеллегенция вәкиле булыуын күрһәтә лә инде.
Икенсе экспозиция совет осорона арналған. Урын-ҡаралтылар менән йыйылған тимер карауат, үҫешкән социализм осоро интерьерҙары: сервант, шифоньер, трюмо, түңәрәк өҫтәл, фарфор статуэттар, герле стена сәғәте, хатта шул осорҙағы уйынсыҡтар менән биҙәлгән шыршы һәм Ҡыш бабай һәр килеүсене бала саҡҡа алып ҡайта. Ә йәш быуынға ишетеп кенә белгән дәүерҙе күҙалларға мөмкинлек бирә.
Өсөнсө һәм дүртенсе бүлмә ике осорҙоң һауыт-һабаларын туплаған. Самауыр, сәйнүк, сынаяҡ, ҡомған, еҙ тас кеүек көнкүреш әйберҙәренең һәр береһе тарих һөйләй. Ике самауыр араһында рәссам Эльвира Фәхрисламованың тылсымлы ҡылҡәләме менән төшөрөлгән өләсәһенең портреты урын алған. Ул аҡыллы ҡарашы менән ейәнсәренең изге эшенә фатиха биреп торғандай.
Музей тарихы Эльвираның бәләкәй сағынан, 1980 йылдарҙа Борай районы Яңы Мостафа ауылынан өләсәләре Шәмсетдинә Ямалетдин ҡыҙы Ямалетдинованы ҡалаға күсереп алып ҡайтҡас, башлана. Уҡыу алдынғыһы Эльвираның пионерлы һәм комсомоллы совет мәктәбе тормошо өйҙә өләсәһенең бала саҡ хәтирәләре – оҫталарҙың көнкүреше, быуат башындағы баҙар тормошо, ундағы булған ваҡиғалар, һатыу һәм алыш-биреш мәҙәктәрен тыңлау менән алмашына. Өләсәһенең һөйләүе буйынса, уның атаһы Ямалетдин Мифтах улы тарантастар үреү оҫтаһы булған. Ә бәләкәй Шәмсетдинә һәр ваҡыт уның менән. Шуға күрә өләсәһенең күргән-белгән, ишеткәндәре лә байтаҡ, хәтер уйымында һаҡланып ҡалғандарын ейәнсәренә еткерә. Бына шул саҡта Эльвира боронғо Бөрө ҡалаһын, ата-бабаларының ғәҙәти булмаған тормошон күҙ алдына килтерер була һәм осорҙоң йәнле картинаһы һәр деталенә тиклем күңелендә һынлана. Тора-бара элекке көнкүреш менән бәйле әйберҙәрҙе – ҡайҙа нимә күрә, шуларҙы – туплай башлай, һатып алырға ла аҡсаһын йәлләмәй. Шулай итеп, шәхси фонд 20 йыл буйына төрлө сигеү өлгөләре, таҫтамалдар, ҡомғандар, сәйнүктәр менән тулылана.
Аҙ ғына аҡсаһы булыу менән ҡаланың берҙән-бер тарихи музейына йүгерер була. Ундағы һәр экспонаттың ҡайҙан килеүен, ҡайҙа тороуын ятлап бөтә. Һуңынан ҡайҙа барһа ла, тәү сиратта, музейға барыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ләкин ситтән күҙәтеп кенә йөрөү уның барлыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй, һәр әйберҙе тотоп ҡарау теләге күңел төпкөлөндә тороп ҡала. Шуға күрә һәр килгән кеше экспонаттарҙы мотлаҡ тотоп ҡарарға, шул дәүерҙең һулышын тойорға тейеш, ти ул. Музейҙың интерактив статус алыуы бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре алып барыу, квестар үткәреү, күргәҙмәләр ойоштороу, ҡыҙыҡлы һәм талантлы кешеләр менән осрашыуҙар үткәреү менән дә бәйле. Һуңғы ваҡытта үткәрелгән саралар Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фондынан йәштәр араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға йүнәлтелгән “Сауҙагәр Чирков этнолавкаһына сәйәхәт” проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
Бәләкәй саҡтан рәсем төшөрөргә яратҡан ҡыҙ, Бөрө дәүләт социаль педагогия институтында һынлы рәсем төшөрөү буйынса бүлек асылғас, күп уйлап тормай, ситтән тороп уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған оҫта ҡуллы рәссамды факультетта ҡалырға тәҡдим итәләр. Йәш белгес кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа, ләкин ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ул яҡланмай ҡала. Шулай ҙа ғилми эшмәкәрлеге уға крайҙы өйрәнеү буйынса артабан тикшеренеү эштәре алып барыуға булышлыҡ итә. Ә бына 2021 йылда ҡатнашҡан проекты уға күптән булмышына һеңдергән хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.
Музейҙың сувенир лавкаһында оҫтаның ҡул эштәре урын алған. Һәр береһенең үҙ легендаһы бар. Ҡарағат суғы брошкаһы Бөрө ҡалаһының күренекле алпауыты Степан Макарович Беловтың иҫ киткес ҙур баҡсаһы булыуын һәм төрлө сортлы емеш-еләк үҫтереп, алма, сейә, груша, крыжовник, ҡарағат ҡайнатмалары менән сауҙа итеүен дәлилләй. Брошка – Степан Белов тарафынан Санкт-Петербургтан махсус ҡайтарылған, айырыуса тәме менән айырылып торған ҡарағат сорты күсермәһе ул. Ә ике ынйынан торған алҡаның ҙуры Рәсәйҙе, бәләкәйе Бөрөнө сағылдыра. Бәләкәй ҡала ҙур Рәсәйҙең нигеҙен тәшкил итеүен күрһәтә лә инде.
Эльвира Фәхрисламованың уҡыусыларға тәғәйенләнгән “Ҡаланы бергәләп буяйбыҙ” һүрәттәре бөтөн сюжет һыҙығын тәшкил итә һәм тотош Бөрөнөң тарихын һәм архитектура ҡомартҡыларын хикәйәләй. Тулылана килә уның 16-сы сығарылышы донъя күргән. Балалар һүрәттәрҙе буяп йәнләндереүҙән тыш, аудиояҙма тыңлап, Бөрө тураһында байтаҡ мәғлүмәткә эйә була. Открыткалар, фотолар туристарға Бөрө хаҡындағы иҫтәлектәрҙе үҙҙәре менән алып китергә мөмкинлек бирә. Төрлө төбәктән экскурсияға килгән халыҡтың үҙ телендә халыҡ йырҙарын башҡарыуы бында традиция һанала. Сөнки Эльвира Мәскәүҙә Беренсе каналдың “Поем на кухне всей страной” тапшырыуында финалға үтеп, бөтә илгә танылыу алған “Калинушка” фольклор ансамбленең солисткаһы.
Яңы йыл каникулдарында “Terra Zima-2023” фестивале сиктәрендә күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәхәтсе Геннадий Шаталовҡа ла музейҙа булыу бәхете тейә. Төрлө ҡара көстәрҙән һаҡланыу өсөн ысын таштарҙан бетеү эшләү буйынса үткәрелгән оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша. Тап шул дәрес уға яңы идеяның тыуыуына булышлыҡ итә.
— «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик структураһына “Туристик маршруттың иң яҡшы интерактив программаһы (оҫталыҡ дәресе)” номинацияһы индерелде, – тип билдәләй ул үҙенең сайтында. – Ә музей етәксеһен, “Сауҙагәр Чирков лабазына серле сәйәхәт” проекты авторы Эльвира Таһир ҡыҙы Фәхрисламованы үҙ һөнәренең оҫтаһы, тип тәҡдим итәм, – тип тә өҫтәй.
Ямалетдин олатаһынан килгән теүәллек һәм таһыллыҡ, әхирәттәре баһалағанса “ҡаҙ теше кеүек тигеҙ итеп ойоҡбаштар бәйләгән” өләсәһенән бөхтәлек күскән Эльвира Таһир ҡыҙына. Уның һәр проекты киләсәк быуында патриотизм тойғоһон тәрбиәләү, тарихи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында эшләй. Инициативалы етәксенең киләсәккә пландары ҙур. Революцияға тиклемге һәм унан һуңғы аш-һыу бүлмәһе музейын асыу (бөгөн 1500 тирәһе сәйнүк йыйылған), ишек алдында сквер төҙөү, балаларға төрлө конкурстар үткәреү һ.б. тураһында хыяллана. Ә беҙгә Эльвира Фәхрисламова кеүек эшлекле ханымға бары тик һоҡланырға һәм уңыштар теләргә ҡала.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.