Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
26 Декабрь 2023, 04:24

Ғинуар нисек буласаҡ? Яңы фараз

Синоптиктар бығаса күҙаллағанын үҙгәртеп, яңы мәғлүмәттәр бирә.

Ғинуар нисек буласаҡ? Яңы фаразҒинуар нисек буласаҡ? Яңы фараз
Ғинуар нисек буласаҡ? Яңы фараз

Ғинуар айында көн торошо ниндәй буласаҡ? Бер нисә аҙна элек белгестәр, ғинуарҙа ҡар күп яумаҫ, тигәйне. Был айҙа бит, йәғни декабрҙә ҡар ҙа, ямғыр ҙа мулдан яуҙы ла ҡуйҙы. Айырыуса Мәскәү кеүек ҙур ҡалала нишләргә белмәнеләр.

Яңы фараз буйынса иһә Рәсәйҙең күп төбәгендә ҡыштың икенсе айында ла ҡар бик күп яуасаҡ. Байрамда һәм ай уртаһына тиклем әлеге лә баяғы ҡар һәм ямғыр “йомарт” яуыр, ти синоптиктар. Ҡары, ярай, аңлашыла, ә ямғыры нимәгә? Яуа шул. Сөнки температура нулдән өҫкәрәк күтәрелгән көндәр буласаҡ.

Белгестәр 11 – 14 ғинуарҙа айырыуса ҡарлы көндәр вәғәҙәләй.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Ғинуар нисек буласаҡ? Яңы фараз
Ғинуар нисек буласаҡ? Яңы фараз
Автор:
Читайте нас