Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2023, 10:22

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Яугирҙарға бауырһаҡ бешерҙеләр

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы райондаштарыбыҙға сираттағы гуманитар  ярҙам йыйыу иғлан ителде. Был изге эштә һәр ауыл халҡы тиерлек әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ өлөшләтә мобилизация менән яуға алынған ир-егеттәребеҙҙең ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын ишетеү менән, улар артынан күстәнәстәр ебәреү ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте. “Бер генә пакет” тип килешенелһә лә, күстәнәстәр тора-бара тартма-тартма булып китә.

 Нәғретдин ауылы халҡы ла  алғы һыҙыҡта булған ауылдаштарына күстәнәстәрен барлай һалды. Икенсе йыл инде хеҙмәт иткән яугирҙарыбыҙ күптән өй аштарын һағынған. Шуны иҫәпкә алып, Нәғре тдин уңғандары Гөлфирә Карамованың өйөнә бауырһаҡ бешерергә  йыйылды. Ләйсән Тимерйән ҡыҙы өйрәтеүе буйынса  хужабикәләр 60 йомортҡаға баҫылған ҡамырҙан алты килограмм тәмлекәс бешереп алған һәм контейнерҙарға һалып әҙерләгән.  Унан алда ғына нәғретдиндар кәбеҫтә тоҙлау буйынса өмә үткәргән. Кетерҙәп торған был ризыҡ та махсус һауыттарға һалынып, яҡташтарына оҙатылды. Әлбиттә, бар күңел йылыһы менән әҙеләнгән был ризыҡтар ир-егеттәрбеҙгә күтәренке кәйеф өҫтәйәсәк, рухтарын нығытасаҡ.

   - Улымдың хеҙмәттәштәре артынан посылка ебәрәсәгемде белгәс, барлыҡ ауылдаштар тиерлек ярҙамдары менән килеп етте. Һәр кем яугирҙарыбыҙға төрлө кәрәк-яраҡтар, ризыҡтар әҙерләгән. Гуманитар ярҙамды шулай күмәкләшеп оҙатып ебәрҙек. Мәрхәмәтлектәре өсөн ҙур рәхмәт уларға, — ти ауыл клубы мөдире Гөлүсә Мәғдән ҡыҙы Дәүләтгәрәева.

Абыҙҙар икмәк киптерҙе 

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Абыҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла МХО-лағы яҡташтарына гуманитар ярҙам әҙерләү буйынса әүҙем ҡатнаша. “Яҡшы икмәк” пекарня-магазины хужаһы, ауыл Советы депутаты Рөстәм Мәғдән улы Ғәлимйәнов  бер-нисә тиҫтә икмәкте ауыл клубына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарға килтереп бирҙе. Хужабикәләр икмәктәрҙе телемләп киҫте, һәм киптереү өсөн пекарня мейестәренә тапшырҙы. Сухариҙар әҙер булғас, абыҙҙар уны гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ойошторлған штабҡа илтәсәк.

- Рөстәм Мәғдән улына, өмәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Күстәнәсебеҙ яҡташтарыбыҙға барып етһер, тип өмөтләнәбеҙ һәм уларҙың иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, - ти Абыҙ ауылы клубы методисы Фәүзиә Әсхәт ҡыҙы Әҙиәтуллина.

Гульнара Солтанова.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: