Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2023, 12:07

Башҡортостанда медицина эшмәкәрлегенә нисек лицензия алырға

Лицензия биреү тураһындағы закон буйынса (https://vk.cc/cr1U8S) медицина эшмәкәрлегенең һәр төрө өсөн айырым лицензия кәрәк.

Башҡортостанда халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәткән һәр юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуар лицензия алырға мөмкин. Лицензия биреү менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шөғөлләнә.

Лицензия биреү өсөн - 15, реестрға үҙгәрештәр индереү өсөн 10 эш көнө кәрәк. Лицензиялар реестрынан өҙөмтә электрон документ форматында бушлай бирелә.

Әгәр башланғыс мәғлүмәттәр элеккесә ҡалһа (ойошманың атамаһы, бина, хеҙмәттәр күләме һәм башҡалар), лицензия мөҙҙәтһеҙ ғәмәлдә була. Әгәр мәғлүмәттәр үҙгәрһә, реестрға үҙгәрештәр индерергә кәрәк буласаҡ.

Иғтибар итегеҙ, медицина эшмәкәрлегенә лицензия биреүҙе һорап яҙған ғаризаларҙың бөтә төрө лә, атап әйткәндә, беренсел, ҡабаттан лицензия алыу һәм лицензияның ғәмәлдә булыуын туҡтатыу, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон төрҙә генә ҡабул ителә. Ғаризаға электрон ҡултамға ҡуйыу мотлаҡ: https://vk.cc/csrdop

Ҡағыҙ документтар кәрәкмәйәсәк.

Лицензия алыу өсөн документтар әҙерләү буйынса ентекле күрһәтмә менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышығыҙ: https://vk.cc/cr0bny

Раҫланған ғариза формаһы: https://vk.cc/csrdpj

Өҫтәмә һорауҙарҙы электрон почта аша ебәрергә була: [email protected] һәм 8 (347) 218-00-90, 218-00-92 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Бизнесҡа төбәктә күрһәтелгән бөтә ярҙам саралары Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында INVESTRB.RU порталында тупланған

#Бизнес

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: